‏ Nehemiah 11

Йәрүсәлимдә төйәкләнеүселәр

(1 Йыл 9:1-17)

1Халыҡтың башлыҡтары Йәрүсәлимдә төйәкләнде. Бүтәндәр йәрәбә һалды: уларҙың ундан бер өлөшө изге ҡала Йәрүсәлимдә ҡаласаҡ, ә ҡалған туғыҙ өлөшө башҡа ҡалаларҙа йәшәйәсәк ине. 2Халыҡ үҙ теләге менән Йәрүсәлимдә йәшәргә ризалыҡ биргән бөтә кешеләргә фатиха ҡылды.

3 4Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине.

5Шела нәҫеленән Мағасеяһ, ул – Барух улы, Барух – Кол-Хозе, Кол-Хозе – Хазаяһ, Хазаяһ – Ғадаяһ, Ғадаяһ – Йоярив, Йоярив – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Шела нәҫеленән ине.

6Пәрәс нәҫеленән Йәрүсәлимдә төпләнгәндәр дүрт йөҙ алтмыш һигеҙ кеше, улар ҡаһарман яугирҙәр ине.

7Бинйәмин ырыуынан: Саллу, ул – Мешуллам, Мешуллам – Йоғыд, Йоғыд – Педаяһ, Педаяһ – Ҡолаяһ, Ҡолаяһ – Мағасеяһ, Мағасеяһ – Иҫиил, Иҫиил – Йешағъяһ улы ине. 8Унан һуң Габбай, Саллай – туғыҙ йөҙ егерме һигеҙ кеше. 9Зихри улы Йоил улар өҫтөнән етәксе ине, ә Йәһүҙә, Һассенуа улы, ҡалала башлыҡтың ярҙамсыһы булды.

10Ҡаһиндарҙан: Йоярив улы Йедағъяһ, Яхин, 11Алла йортоноң мөдире Сераяһ, ул – Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешуллам, Мешуллам – Садоҡ, Садоҡ – Мерайоҫ, Мерайоҫ – Ахитув улы ине. 12Алла йортонда хеҙмәт итеүсе ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә улар һигеҙ йөҙ егерме ике кеше ине. Шулай ук Ғадаяһ, ул – Йерохам улы, Йерохам – Пелалъяһ, Пелалъяһ – Амси, Амси – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Пашхур, Пашхур – Малкияһ улы ине. 13Нәҫел башлыҡтары булған ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә, улар ике йөҙ ҡырҡ ике кеше ине. Шулай уҡ Ғамашсай. Ул – Ғазарил улы, Ғазарил – Ахзай, Ахзай – Мешиллемоҫ, Мешиллемоҫ – Иммер улы ине. 14Ҡаһарман яугир булған туғандарын индереп иҫәпләгәндә улар йөҙ егерме һигеҙ кеше ине. Һаггедолим улы Завдиил уларҙың башлығы ине.

15Левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡам, Ғазриҡам – Хашавъяһ, Хашавъяһ Бунни улы ине. 16Левиҙәрҙең башлыҡтарынан Шаббеҫай менән Йозавад Алла йортонда тыштағы эштәргә етәкселек итте; 17доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине. 18Изге ҡалала бөтәһе ике йөҙ һикһән дүрт леви йәшәне.

19Ҡорамдың ҡапҡа һаҡсылары: Ғаҡҡув менән Талмон һәм уларҙың ҡапҡа һаҡлаусы ағай-энеләре бөтәһе йөҙ етмеш ике кеше ине.

20Исраилдың ҡалған халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында ла һәр береһе үҙ биләмәһендә йәшәне. 21Ҡорам хеҙмәтселәре Ғофелдә йәшәне, уларҙың башлығы Сиха менән Гишпа ине.

22Йәрүсәлимдә левиҙәрҙең башлығы Ғуззи булды, ул – Бани улы, Бани – Хашавъяһ, Хашавъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ Миха улы ине. Ғуззи Алла йортондағы йырсылар нәҫеленән – Асаф нәҫеленән ине. 23Йырсыларҙың көндәлек вазифалары батша бойороғо менән раҫланғайны һәм уларға көн һайын билдәле күләмдә аҙыҡ-түлек бирелә ине.

24Йәһүҙәнән тыуған Зерах нәҫеленән булған Мешезавил улы Пеҫахъяһ Фарсы батшаһының Исраил халҡына ҡағылышлы эштәре буйынса вәкиле ине.

Йәрүсәлимдән ситтә йәшәгән йәһүд халҡы

25Ауылдарға һәм баҫыуҙарға килгәндә: Йәһүҙә нәҫеленең ҡайһы берәүҙәре Ҡыръяҫ-Арбағ, Дивон, Йеҡавсеил ҡалаларында һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төпләнде. 26Йешуағта, Моладала, Бейт-Пәләттә, 27Хасар-Шуғалда, Беер-Шәвәғтә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә, 28Сиҡлағта, Мехонала һәм уларҙың эргә-тирәләрендә, 29Ғейн-Риммонда, Сорғала, Ярмуҫта, 30Заноахта, Ғадулламда һәм уларҙың ауылдарында, Лахишта һәм уның тирәһендә, Ғазыҡала һәм эргә-тирәләрендә йәшәне. Улар Беер-Шәвәғтән Һинном үҙәненә тиклем таралғайны.

31Бинйәмин ырыуы Гевағтан алып Михмаста, Ғаййала, Бейт-Илдә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә, 32Ғанаҫоҫта, Новта, Ғананияһта, 33Хасорҙа, Рамала, Гиттаимда, 34Хадидта, Севоғимда, Неваллатта, 35Лодта, Онола, Балта оҫталары үҙәнендә йәшәне.

36Йәһүҙәләге левиҙәрҙең төркөмдәре Бинйәмин биләмәләрендә төйәкләнде.

Copyright information for BakIBT2023