‏ Nehemiah 12

Левиҙәрҙең һәм ҡаһиндарҙың исемлеге

1Былар әсирлектән Шеалтиил улы Зеруббавел һәм Йешуағ менән ҡайтҡан ҡаһиндар һәм левиҙәр: Сераяһ, Йермеяһ, Ғөзәйер, 2Амаръяһ, Маллух, Хаттуш, 3Шеханъяһ, Рехум, Меремоҫ, 4Ғиддо, Гиннеҫой, Авияһ, 5Миямин, Мағадъяһ, Билга, 6Шемағъяһ, Йоярив, Йедағъяһ, 7Саллу, Ғамок, Хилҡияһ, Йедағъяһ. Былар Йешуағ дәүерендәге ҡаһиндарҙың һәм уларҙың ҡәрҙәштәренең башлыҡтары ине.

8Левиҙәр: Йешуағ, Биннуй, Ҡадмиил, Шеревъяһ, Йәһүҙә һәм ҡәрҙәштәре менән шөкөрана мәҙхиәләре башҡарыу өсөн яуаплы булған Маттанъяһ. 9Ҡәрҙәштәре Бакбукъяһ менән Ғунни ғибәҙәт ваҡытында уларҙың ҡаршыһында тора торғайны.

10Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ, 11Йоядағтың улы Йонаҫан, Йонаҫандың улы Яддуағ.

12Йояҡим дәүерендә ҡаһиндарҙың нәҫел-нәсәп башлыҡтары түбәндәгеләр ине: Сераяһ нәҫеленән Мераяһ, Йермеяһ нәҫеленән Хананъяһ, 13Ғөзәйер нәҫеленән Мешуллам, Амаръяһ нәҫеленән Йеһоханан, 14Мелиху нәҫеленән Йонаҫан, Шеванъяһ нәҫеленән Йософ, 15Харим нәҫеленән Ғадна, Мерайоҫ нәҫеленән Хелҡай, 16Ғиддо нәҫеленән Зәкәрьяһ, Гиннеҫон нәҫеленән Мешуллам, 17Авияһ нәҫеленән Зихри, Минйәмин менән Моғадъяһ нәҫеленән Пилтай, 18Билга нәҫеленән Шаммуағ, Шемағъяһ нәҫеленән Йонаҫан, 19Йоярив нәҫеленән Маттенай, Йедағъяһ нәҫеленән Ғуззи, 20Саллай нәҫеленән Ҡаллай, Ғамок нәҫеленән Ғевәр, 21Хилҡияһ нәҫеленән Хашавъяһ, Йедағъяһ нәҫеленән Неҫанил.

22Әлйәшив, Йоядағ, Йоханан һәм Яддуағ көндәрендә левиҙәр ғаилә башлыҡтары сифатында һәм ҡаһиндар Фарсы батшаһы Дарий замандарына тиклем теркәлгән. 23Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары йылъяҙмаға Әлйәшив улы Йоханан дәүеренә тиклем инеп ҡалған.

24Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.

25Маттанъяһ, Бакбукъяһ, Ғовадъяһ, Мешуллам, Талмон, Ғаҡҡув ҡапҡа һаҡсылары ине; улар ҡапҡаға яҡын келәттәрҙе ҡарауылланы. 26Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы.

Йәрүсәлим диуарын изгеләндереү

27Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине. 28Һәм бына Йәрүсәлимдең әйләнә-тирәһенән, Нетофа янындағы ауылдарҙан, 29Бейт-Гилгалдан, Гевағ һәм Ғазмауыҫ яҡтарынан йырсылар йыйылды, сөнки йырсылар ауылдарын Йәрүсәлим тирәләй төҙөгәйне. 30Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарынды, һуңынан халыҡты, ҡапҡаларҙы, диуарҙы таҙарындырҙы.

31Шунан һуң мин Йәһүҙә түрәләрен диуарҙың өҫтөнә сығарҙым һәм, шөкөрана мәҙхиәләре йырлар өсөн, ике ҙур төркөм тәғәйенләнем. Уларҙың береһе диуар буйлап уң яҡҡа, Тиреҫ ҡапҡаһына табан атланы. 32Улар артынан Һошағъяһ менән Йәһүҙә түрәләренең яртыһы, 33Ғазаръяһ, Ғөзәйер, Мешуллам, 34Йәһүҙә, Бинйәмин, Шемағъяһ һәм Йермеяһ, 35борғо ҡысҡыртыусы бер нисә ҡаһин, шулай уҡ Зәкәрьяһ барҙы. Зәкәрьяһ – Йонаҫан улы, Йонаҫан – Шемағъяһ, Шемағъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ – Михаяһ, Михаяһ – Заккур, Заккур Асаф улы ине. 36Шулай уҡ Зәкәрьяһтың ҡәрҙәштәре Шемағъяһ, Ғазарил, Милалай, Гилалай, Мағай, Неҫанил, Йәһүҙә һәм Ханани Алла бәндәһе Дауыттың уйын ҡоралдарын күтәреп барҙы, ә ғилем эйәһе Ғөзәйер улар алдынан атланы.

37Шишмә ҡапҡаһына еткәс, улар Дауыт ҡалаһының баҫҡыстары буйлап туп-тура юғарыға, диуарға күтәрелделәр ҙә Дауыт йорто эргәһенән көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһына йүнәлделәр.

38Икенсе төркөм диуар буйлап һул яҡҡа китте. Улар артынан халыҡтың яртыһы менән мин үҙем барҙым. Мейес манараһы янынан Киң диуарға тиклем, 39Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ. 40Шунан шөкөрана мәҙхиәләре йырлаусы ике төркөм дә Алла йорто янында йыйылды. Мин һәм минең менән бергә түрәләрҙең яртыһы, 41ҡаһиндар: Әлъяҡим, Мағасеяһ, Минйәмин, Михаяһ, Әлйоғынай, Зәкәрьяһ, Хананъяһ – улар борғолар тотҡайны – 42Мағасеяһ, Шемағъяһ, Әлғазар, Ғуззи, Йеһоханан, Малкияһ, Ғелам һәм Ғезәр шунда торҙоҡ. Йырсылар яңғыратып йырланы; Израхъяһ башлап йырлаусы булды.

43Ул көндә ҙур-ҙур ҡорбандар килтерелде, халыҡ күңел асты, сөнки был бөйөк шатлыҡты уларға Алла Үҙе бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа күңел асты, Йәрүсәлимдәге тантана алыҫтарға ишетелеп торҙо.

44Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды: 45улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, пакландырыу ғәмәлдәрен башҡарҙы. Шулай уҡ йырсылар һәм ҡапҡа һаҡсылары Дауыт менән уның улы Сөләймән билдәләгән тәртип буйынса хеҙмәт итте. 46Сөнки борондан, Дауыт менән Асаф замандарынан уҡ йырсылар араһынан башлыҡтар ҡуйыла һәм Аллаға маҡтау, шөкөр итеү йырҙары башҡарыла ине. 47Зеруббавел менән Нөхәмияһ дәүерендә бөтә Исраил халҡы йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына көн һайын өлөш биреп торҙо; шулай уҡ левиҙәргә лә тейешле өлөш бирелде, левиҙәр ҙә Һарун нәҫеленән булғандарға өлөш бүлде.

Copyright information for BakIBT2023