‏ Nehemiah 3

Йәрүсәлим диуарҙарын ҡайтанан төҙөү

1Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр. 2Улар янындағы диуарҙы Йерихо кешеләре төҙөй ине, артабан Имри улы Заккур эшләне. 3Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар. 4Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне. 5Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы.

6Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы. 7Улар эргәһендә Ғивғон кешеһе Мелатъяһ менән Мероноҫ кешеһе Ядон һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығына буйһонған Ғивғон һәм Миспа халҡы эшләне. 8Уларҙан ары Харһаяһ улы көмөшсө Ғуззиил, уның янында хушбуй оҫтаһы Хананъяһ эшләне. Улар Йәрүсәлим диуарҙарын Киң диуарға тиклем аяҡҡа баҫтырҙы. 9Уларҙың эргәһендә Йәрүсәлимдең яртыһына идара иткән Хур улы Рефаяһ эшләне. 10Харумаф улы Йедаяһ иһә уның янында үҙ йорто ҡаршыһында эшләне. Уның менән йәнәш Хашавнеяһ улы Хаттуш төҙәтеү эштәрен башҡарҙы. 11Артабанғы өлөштө аяҡҡа баҫтырыу эшен Харим улы Малкияһ менән Пахаҫ-Моав улы Хашшув алып барҙы. Улар Мейестәр манараһын да төҙәтеп ҡуйҙы. 12Уларҙан арыраҡ Йәрүсәлимдең икенсе яртыһына идара иткән Һаллохеш улы Шаллум үҙенең ҡыҙҙары менән эшләне. 13Үҙән ҡапҡаһын Заноах кешеләре менән Ханун төҙәтте: улар ҡапҡаны төҙөп, ишектәрен ҡуйып, йоҙаҡ менән арҡыры бик эшләп ҡуйҙы, өҫтәүенә Тиреҫ ҡапҡаһына тиклем мең терһәк оҙонлоғонда диуарҙы ла йүнәтте. 14Тиреҫ ҡапҡаһын Бейт-Һаккәрәм биҫтәһе башлығы Рехав улы Малкияһ йүнәтте: уны төҙөп, ишектәрен, йоҙаҡтарын һәм биктәрен ҡуйҙы. 15Шишмә ҡапҡаһын Миспа биҫтәһе башлығы Кол-Хозе улы Шаллун йүнәтте: эш тамамланғас, ҡапҡаның башын ябып, ишек һәм йоҙаҡ-биктәрен ҡуйҙы. Ул шулай уҡ Батша баҡсаһы ҡаршыһындағы Шелах быуаһы буйындағы диуарҙы Дауыт ҡалаһынан төшә торған баҫҡысҡа тиклем төҙәтте. 16Артабан Дауыт ғаиләһенең төрбәләре ҡаршыһына, ҡаҙылған быуаға һәм Батырҙар йортона тиклемге урынды Бейт-Сур биҫтәһенең яртыһы менән идара иткән Ғазбук улы Нөхәмияһ төҙәтте.

17Унан ары Бани улы Рехум етәкселеге аҫтында левиҙәр төҙәтте. Рехум янында Ҡығила биҫтәһенең яртыһына идара иткән Хашавъяһ үҙ төбәгенең вәкиле булараҡ эшләне. 18Уларҙың эргәһендә Ҡығила биҫтәһенең икенсе яртыһына идара иткән Хенадад улы Биннуй етәкселегендә уның ағай-энеләре эшләне. 19Артабан ҡорал һаҡлағысҡа күтәрелгән юл ҡаршыһында, мөйөшкә тиклем, Миспа биҫтәһенең башлығы Йешуағ улы Ғезәр эшләне. 20Унан арыраҡ – мөйөштән алып баш ҡаһин Әлйәшив йортоноң ишегенә тиклем Заббай улы Барух тырышлыҡ һалды. 21Унан ары Әлйәшив йорто ишегенән алып шул йорт бөткән ергә тиклем Һаҡҡос улы Урияһтан тыуған Меремоҫ төҙәтте. 22Уның эргәһендә әйләнә-тирәлә йәшәгән ҡаһиндар эшләне. 23Улар артынан үҙ өйҙәренең ҡаршыһында Бинйәмин менән Хашшув эшләне; артабан үҙ йорто янындағы урынды Ғананияһ улы Мағасеяһтан тыуған Ғазаръяһ төҙәтте.

24Хенадад улы Биннуй Ғазаръяһ йортонан алып мөйөшкә, боролған ергә тиклемге урынды төҙөкләндерҙе. 25Узай улы Палал мөйөш менән Өҫкө батша һарайынан алғараҡ сығып торған, һаҡсылар ихатаһына йәнәш урынлашҡан манара ҡаршыһында эшләне.

Уның артынан Парғош улы Педаяһ менән
26Ғофел ҡалҡыулығында йәшәгән ҡорам хеҙмәтселәре көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһы ҡаршыһын һәм алғараҡ сығып торған манараға тиклем тергеҙҙе. 27Унан да арыраҡ – алғараҡ сығып торған ҙур манара ҡаршыһынан Ғофел диуарына тиклем Теҡоға кешеләре эшләне.

28Диуарҙың Ат ҡапҡаһынан арыраҡ өлөшөн ҡаһиндар йүнәтте, уларҙың һәр береһе үҙ йортоноң ҡаршыһында эшләне. 29Ҡаһиндарҙан һуң Иммер улы Садоҡ үҙ йортоноң ҡаршыһындағы диуарҙы төҙәтте. Уның артынан Көнсығыш ҡапҡаһы ҡарауылсыһы Шеханъяһ улы Шемағъяһ эшләне. 30Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы. 31Диуарҙың артабанғы өлөшөн – Алла йорто хеҙмәтселәре һәм сауҙагәрҙәр бинаһына (ул бина Тикшереү ҡапҡаһы ҡаршыһында) һәм өҫкө бүлмәһе булған диуар мөйөшөнә тиклем – көмөшсө Малкияһ төҙөкләндерҙе. 32Ә мөйөштәге юғары бүлмәнән башлап Һарыҡ ҡапҡаһына тиклемге урынды көмөшсөләр менән сауҙагәрҙәр йүнәтте.

Copyright information for BakIBT2023