Nehemiah 4
Диуарҙы төҙөкләндереүгә ҡаршы тороусылар
1Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте. 2Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине. 3Ә уның эргәһендә торған Ғаммон кешеһе Товияһ: – Төҙөһөндәр, әйҙә, таш диуарҙары төлкө һикереп менһә лә емерелеп төшөргә тора, – тине. 4Мин шунда Раббыға доға ҡылдым: – Эй Аллабыҙ, ишетһәңсе, беҙҙе ни тиклем түбәнһетәләр. Уларҙың мәсхәрәләрен үҙ баштарына төшөр ҙә сит ерҙәрҙә әсирлек хурлығына дусар итһәнә! 5Уларҙың ғәйебен ғәфү итмә, гонаһтарын иҫеңдән сығарма – төҙөүселәрҙе ҡайһылай мәсхәрә итте улар! 6Әммә беҙ диуар төҙөүҙе дауам иттек һәм ул яртыһына тиклем күтәрелде. Халыҡ күтәренке күңел менән эшләне. 7Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны. 8Бергәләшеп Йәрүсәлимгә һуғыш менән барырға һәм унда бола ойошторорға мәкер ҡорҙолар. 9Беҙ Аллабыҙға доға ҡылдыҡ һәм уларҙан һаҡланыу өсөн көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауыл ҡуйҙыҡ. 10Ул арала Йәһүҙә халҡы: – Ҡый түгеүселәрҙең хәле бөттө, ә сүп-сарҙың иге-сиге юҡ. Шуға күрә был диуарҙы төҙөп бөтә алмабыҙ, – тип зарланды. 11Ә дошмандарыбыҙ үҙ-ара: – Ҡапыл урталарына бәреп инһәк, улар беҙҙе күреп тә, белеп тә өлгөрмәҫтәр, үлтереп бөтөрәбеҙ ҙә эштәрен туҡтатабыҙ, – тип һөйләштеләр. 12Улар янында йәшәгән йәһүдтәр килеп: «Беҙҙең янға килегеҙ, юҡһа һеҙгә һөжүм итергә уйлайҙар», – тип әллә нисәмә тапҡыр киҫәткәс, 13мин диуарҙың иң тәпәш урындарының артына, асыҡ урынға ҡылыс-һөңгөләр, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралландырып, һәр ғаилә кешеләренән һаҡ ҡуйҙым. 14Бөтәһен дә ҡарап сыҡҡандан һуң, тороп, дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға, ҡалған халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ уларҙан, бөйөк үә дәһшәтле Хакимыбыҙ Раббыны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Ағай-энеләрегеҙ, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ, ҡатындарығыҙ һәм йорттарығыҙ өсөн көрәшәһегеҙ, – тинем. 15Дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорған ниәттәренең мәғлүм булғанын һәм Алла уларҙың мәкерле уйын боҙғанын аңлағас, барыбыҙ ҙа диуарға кире килеп, һәр беребеҙ үҙ эшенә тотондо. 16– 17Шул көндән башлап кешеләремдең ҡап яртыһы эш менән мәшғүл булды, ҡалған яртыһы ҡулдарында һөңгө һәм ҡалҡан, уҡ-һаҙаҡ тотоп, һарайта кейеп һаҡта торҙо; башлыҡтар диуарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан бөтә йәһүдтәргә таяныс булды. Йөк ташыусылар ҙа ҡораллы ине; бер ҡулдары менән эш башҡарҙылар, икенсе ҡулдары менән һөңгө тоттолар. 18Һәр төҙөүсенең билендә ҡылыс булды, улар ошо хәлдә эшләне. Борғосо минең эргәмдә торҙо. 19Дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға һәм ҡалған халыҡҡа мин әйтеп ҡуйҙым: – Эш күп һәм киң майҙанға һуҙылған, ә беҙ бөтә диуар буйынса таралып, бер-беребеҙҙән айырылғанбыҙ. 20Шуға күрә, борғо тауышын ишетеү менән, беҙҙең эргәгә йыйылығыҙ. Аллабыҙ беҙҙең өсөн һуғышасаҡ. 21Беҙ шулай эшләнек; халыҡтың яртыһы таң һарыһынан йондоҙҙар ҡалҡҡансы ҡулында һөңгө тотто. 22Бынан тыш мин халыҡҡа: – Һәр кем үҙ кешеләре менән төнгөлөккә Йәрүсәлимдә ҡалһын, – тинем. – Улар төнөн һаҡта, ә көндөҙ эштә булһын. 23Үҙем дә, ағай-энеләрем дә, хеҙмәтселәрем менән мине оҙатып йөрөгән һаҡсыларым да – һис беребеҙ өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙҙе сисмәнек. Һыу ташығанда ла ҡулыбыҙҙа ҡорал ине.
Copyright information for
BakIBT2023