Nehemiah 5
Нөхәмияһтың ярлыларға ярҙам итеүе
1Бер мәлде ҡайһы бер ирҙәр менән уларҙың ҡатындары үҙҙәренең йәһүд ҡәрҙәштәренән зарланып тауыш ҡуптарҙы. 2Ҡайһы берәүҙәр: – Беҙ күмәкбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ менән улдарыбыҙ ҙа күп. Тереклек итер өсөн ашарға бойҙай кәрәк, – тине. 3Ҡайһы берәүҙәре иһә: – Аслыҡ ваҡытында ашлығыбыҙ булһын тип баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын, йорттарыбыҙҙы аманат итеп бирергә мәжбүрбеҙ, – тине. 4Ҡайһы берәүҙәре: – Батшаға яһаҡ түләр өсөн беҙ баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын аманат итеп биреп, бурысҡа аҡса алабыҙ. 5Башҡа йәһүд туғандарыбыҙ ниндәй ҡамырҙан яһалһа, беҙ ҙә шул уҡ ҡамырҙан әүәләнгәнбеҙ; беҙҙең балаларыбыҙ ҙа уларҙың балалары кеүек. Ә бына беҙ үҙ улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡоллоҡҡа бирергә тейешбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһылары ҡоллоҡҡа төштө лә инде. Ә беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ ҙа, йөҙөм баҡсаларыбыҙ ҙа башҡалар ҡулында, – тинеләр. 6Уларҙың ошондай һүҙҙәрен, зарланыуын ишеткәс, мин бик асыуландым. 7Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым 8да былай тинем: – Беҙ үҙебеҙҙең сит халыҡтарға һатылған туғандарыбыҙ йәһүдтәрҙе бар хәлебеҙсә йолоп алдыҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙы һатаһығыҙмы ни инде? Инде уларҙы яңынан һатып алайыҡмы? Улар яуап таба алмайынса өндәшмәй ҡалды. 9– Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ? 10Мин дә, ағай-энеләрем менән хеҙмәтселәрем дә уларға бурысҡа көмөш һәм иген бирәбеҙ. Әммә, әйҙәгеҙ, бурыстарын кире ҡайтарғанда артығын алыуҙан туҡтайыҡ. 11Уларҙың баҫыуҙарын, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын, йорттарын, бурысҡа биреп торған аҡса, икмәк, шарап һәм зәйтүн майы өсөн тейешле рибаны уларға хәҙер үк кире ҡайтарығыҙ. 12– Ярай, ҡайтарырбыҙ, уларҙан бер ни ҙә һорамаҫбыҙ, һин ни әйтһәң, шуны эшләрбеҙ, – тинеләр. Мин ҡаһиндарҙы саҡырып алдым да, шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡуштым. 13Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне. 14Тағы бер нәмә: мин Йәһүҙә ерендә өлкә башлығы итеп билдәләнгән көнөмдән башлап – Артахшаста батша хакимлыҡ итә башлағандың егерменсе йылынан алып утыҙ икенсе йылына тиклем – ун ике йыл буйына мин үҙем һәм туғандарым өсөн тейешле булған аҙыҡты алманым. 15Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым. 16Бының урынына мин бөтөн көсөмдө диуарҙы төҙөү эшенә һалдым. Баҫыуҙар һатып алманыҡ, бөтә хеҙмәтселәрем дә диуарға эшкә йөрөнө. 17Тирә-яҡ халыҡтарҙан килгәндәрҙе иҫәпкә алмағанда ла минең өҫтәлем артында йәһүдтәр һәм башлыҡтарҙан йөҙ иллешәр кеше ашай ине. 18Бер көнгә бына ни тиклем аҙыҡ әҙерләнә торғайны: бер үгеҙ, һайлап алынған алты һарыҡ һәм ҡош-ҡорт бешерелә, ун көнгә бер тапҡыр һәр төрлө бик күп шарап килтерелә ине. Шуға ҡарамаҫтан, мин өлкә башлығына тейешле аҙыҡ-түлекте талап итмәнем, халыҡтың йөгө былай ҙа ауыр ине. 19Йә Аллам, был халыҡ өсөн эшләгәндәремә күрә мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине!
Copyright information for
BakIBT2023