Nehemiah 6
Нөхәмияһҡа ҡаршы мәкер
1Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле – 2Санбаллат менән Гешем миңә: «Кил, Оно тигеҙлегендәге ауылдарҙың береһендә осрашайыҡ», – тип хәбәр ебәрҙе. Улар миңә яуызлыҡ ҡылырға уйлай ине. 3Мин дә уларға хәбәрселәр аша: «Мин мөһим эш менән мәшғүлмен, шуға күрә бара алмайым. Һеҙгә китһәм, эш туҡтап ҡала бит!» – тип яуап ҡайтарҙым. 4Улар мине дүрт тапҡыр саҡырҙы, дүртеһендә лә бер үк төрлө яуап бирҙем. 5Бишенсе мәртәбәһенә Санбаллат миңә хеҙмәтсеһен ебәрҙе – ҡулында мөһөр һуғылмаған хат ине. 6Хатта былай тип яҙылғайны: «Халыҡтар араһында шундай һүҙ йөрөй, Гешем дә әйтә, имеш, йәһүдтәр менән һин фетнә күтәрергә йөрөйһөң, диуарҙы ла шуға төҙөйһөң икән. Үҙең уларҙың батшаһы булып ултырырға теләйһең, 7Йәрүсәлимдә һинең хаҡта: „Йәһүҙәлә батша бар!“– тип хәбәр таратһындар өсөн пәйғәмбәрҙәр ҡуйғанһың икән, тиҙәр. Был хәбәр батшаға ла ишетелер. Кил, бергәләшеп кәңәш-төңәш итәйек». 8Әммә мин: «Әйткәндәреңдең береһе лә дөрөҫ түгел, һин уны үҙең уйлап сығарғанһың», – тигән яуап ебәрҙем. 9Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом. 10Бер көндө мин Меһетавилдан тыуған Делаяһтың улы Шемағъяһҡа килдем. Ул үҙенең өйөндә бикләнеп ултыра икән. Шемағъяһ миңә: – Әйҙә, Алла йортона барайыҡ, ҡорам эсенә инеп, уның ишектәрен эстән бикләйек. Сөнки һине үлтерергә киләсәктәр, бөгөн төндә киләсәк улар, – тине. 11– Минең һымаҡ кеше ҡасамы һуң? – тинем мин уға. – Ҡорам эсенә инеп тере ҡалырға мин ул тиклем кем? Юҡ, бармайым. 12Мин уны Алла ебәрмәгәнен һәм уның миңә ҡаршы Товияһ менән Санбаллат яллағанға күрә пәйғәмбәрлек иткәнен асыҡ аңланым. 13Уларҙың маҡсаты ҡурҡытып, ул әйткәнде эшләтеп, мине гонаһҡа батырыу ине. Шунда абруйым төшөп, уларға мәсхәрә булып ҡалыр инем. 14Йә Аллам, Товияһ менән Санбаллаттың ошондай эшен, мине ҡурҡытырға уйлаған Ноғадъяһ исемле пәйғәмбәр ҡатын менән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе хәтереңдә тотһаңсы!Диуарҙың төҙөлөп бөтөүе
15Элул айының егерме бишенсе көнөндә, илле ике көн эсендә, диуар төҙөү тамамланды. 16Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар. 17Ул көндәрҙә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләре Товияһҡа йыш ҡына хат яҙып торҙо, Товияһ уларға үҙе лә яҙҙы. 18Эш шунда: Йәһүҙәнең байтаҡ кешеләре уның менән ант беркеткән ине. Сөнки ул Арах улы Шеханъяһтың кейәүе ине, ә Йеһоханан исемле улы Бәрәхъяһ улы Мешулламдың ҡыҙына өйләнгәйне. 19Хатта уның игелекле эштәрен минең алда ла маҡтап һөйләй торғайнылар, ә минең һүҙҙәремде уға еткереп торҙолар. Товияһ иһә мине ҡурҡытмаҡҡа хаттар яҙа ине.
Copyright information for
BakIBT2023