Nehemiah 7
1Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде. 2Йәрүсәлим менән идара итергә туғаным Ханани менән Йәрүсәлим ҡәлғәһе башлығы Хананъяһты ҡуйҙым. Сөнки Хананъяһ күптәргә ҡарағанда тоғро һәм Алланан ҡурҡҡан кеше ине. 3Мин уларға: – Йәрүсәлим ҡапҡаларын ҡояш ҡыҙҙыра башламайынса асмағыҙ. Ҡапҡа һаҡсылары ҡарауылда торған саҡтарында ҡапҡаларҙы ябып бикләһендәр. Һаҡсылар итеп Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләрҙе ҡуйығыҙ, ҡайһы берәүҙәре билдәләнгән урында, икенселәр үҙ йорттары ҡаршыһында торһон, – тинем.Һөргөндән ҡайтҡандарҙың исемлеге
(Ғөз 2:1-70)
4Йәрүсәлим иркен һәм ҙур ҡала, әммә кешеләре аҙ ине. Йорттарҙың күбеһе аяҡҡа баҫтырылмағайны әле. 5Аллам күңелемә дәрәжәле кешеләрҙе, түрәләрҙе һәм бөтә ябай халыҡты туплап, нәҫелдәр буйынса иҫәп алыу ихтыярын һалды. Мин әсирлектән иң тәүҙә ҡайтҡан кешеләрҙең нәҫел исемлеген табып алдым. Унда былай тип яҙылғайны: 6Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре. 7Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Ғазаръяһ, Рағамъяһ, Нахамани, Мордехай, Билшан, Миспәрәҫ, Бигуай, Нехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге: 8Парғош нәҫеленән – ике мең йөҙ етмеш ике кеше; 9Шефатъяһ нәҫеленән – өс йөҙ етмеш ике кеше; 10Арах нәҫеленән – алты йөҙ илле ике кеше; 11Пахаҫ-Моав нәҫеленән Йешуағ менән Йоав тармағы – ике мең һигеҙ йөҙ ун һигеҙ кеше; 12Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; 13Затту нәҫеленән – һигеҙ йөҙ ҡырҡ биш кеше; 14Заккай нәҫеленән – ете йөҙ алтмыш кеше; 15Биннуй нәҫеленән – алты йөҙ ҡырҡ һигеҙ кеше; 16Бевай нәҫеленән – алты йөҙ егерме һигеҙ кеше; 17Ғазгад нәҫеленән – ике мең өс йөҙ егерме ике кеше; 18Адониҡам нәҫеленән – алты йөҙ алтмыш ете кеше; 19Бигуай нәҫеленән – ике мең алтмыш ете кеше; 20Ғадин нәҫеленән – алты йөҙ илле биш кеше; 21Атер нәҫеле Хизкияһ тармағынан – туҡһан һигеҙ кеше; 22Хашум нәҫеленән – өс йөҙ егерме һигеҙ кеше; 23Бесай нәҫеленән – өс йөҙ егерме дүрт кеше; 24Хариф нәҫеленән – бер йөҙ ун ике кеше; 25сығышы менән Ғивғондан булғандар нәҫеленән – туҡһан биш кеше. 26Сығышы менән Бейт-Ләхәм һәм Нетофанан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ һикһән һигеҙ кеше; 27сығышы менән Ғанаҫоҫтан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше; 28сығышы менән Бейт-Ғазмауыҫтан булғандар нәҫеленән – ҡырҡ ике кеше; 29сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғарим, Кефира һәм Беероҫтан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ ҡырҡ өс кеше; 30сығышы менән Рама һәм Гевағтан булғандар нәҫеленән – алты йөҙ егерме бер кеше; 31сығышы менән Михмастан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме ике кеше; 32сығышы менән Бейт-Ил һәм Ғайҙан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме өс кеше; 33сығышы менән Икенсе Невонан булғандар нәҫеленән – илле ике кеше; 34сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; 35Харим нәҫеленән – өс йөҙ егерме кеше; 36сығышы менән Йерихонан булғандар нәҫеленән – өс йөҙ ҡырҡ биш кеше; 37сығышы менән Лод, Хадид һәм Ононан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ егерме бер кеше; 38Сенаа нәҫеленән – өс мең туғыҙ йөҙ утыҙ кеше. 39Ҡаһиндар: Йешуағ нәҫеле Йедағъяһ тармағынан – туғыҙ йөҙ етмеш өс кеше; 40Иммер нәҫеленән – бер мең илле ике кеше; 41Пашхур нәҫеленән – бер мең ике йөҙ ҡырҡ ете кеше; 42Харим нәҫеленән – бер мең ун ете кеше. 43Левиҙәр: Йешуағ нәҫеленән (Һодауъяһ нәҫеленән Ҡадмиил тармағы) – етмеш дүрт кеше. 44Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ ҡырҡ һигеҙ кеше. 45Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән бер йөҙ утыҙ һигеҙ кеше. 46Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле, 47Ҡирос нәҫеле, Сиға нәҫеле, Падон нәҫеле, 48Левана нәҫеле, Хагава нәҫеле, Шалмай нәҫеле, 49Ханан нәҫеле, Гиддел нәҫеле, Гахар нәҫеле, 50Реаяһ нәҫеле, Ресин нәҫеле, Неҡода нәҫеле; 51Газзам нәҫеле, Ғузза нәҫеле, Пасеах нәҫеле, 52Бесай нәҫеле, Меғуним нәҫеле, Нефушесим нәҫеле, 53Бакбук нәҫеле, Хаҡуфа нәҫеле, Хархур нәҫеле, 54Баслиҫ нәҫеле, Мехида нәҫеле, Харша нәҫеле, 55Барҡос нәҫеле, Сисера нәҫеле, Темах нәҫеле, 56Нәсиах нәҫеле, Хатифа нәҫеле. 57Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре: Сотай нәҫеле, Софәрәҫ нәҫеле, Перида нәҫеле, 58Яғла нәҫеле, Дарҡон нәҫеле, Гиддел нәҫеле, 59Шефатъяһ нәҫеле, Хаттил нәҫеле, Похәрәҫ-Һассеваим нәҫеле, Амон нәҫеле. 60Ҡорам хеҙмәтселәре менән Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫел-нәсәптәренән – барлығы өс йөҙ туҡһан ике кеше. 61Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддон һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр: 62Делаяһ, Товияһ, Неҡода нәҫелдәренән – алты йөҙ ҡырҡ ике кеше. 63Ҡаһиндарҙан: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була. 64Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар. 65Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине. 66Йәмғиәттә бөтәһе ҡырҡ ике мең өс йөҙ алтмыш кеше иҫәпләнде. 67Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ҡырҡ биш ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй. 68Уларҙың ете йөҙ утыҙ алты аты, ике йөҙ ҡырҡ биш ҡасыры, 69дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине. 70Ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары төҙөлөш эштәренә үҙ өлөшөн индерҙе. Өлкә башлығы бер мең драхма алтын, илле сеүәтә, ҡаһиндарға биш йөҙ утыҙ кейем бирҙе. 71Нәҫел башлыҡтарының ҡайһы берҙәре төҙөлөш эштәре өсөн тәғәйенләнгән хазина һаҡлағысҡа егерме мең драхма алтын, ике мең ике йөҙ мина ▼▼ Мина – 600 г.
көмөш бирҙе. 72Ҡалған халыҡ егерме мең драхма алтын, ике мең мина көмөш, алтмыш ете ҡаһин кейеме бирҙе. 73Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.
Copyright information for
BakIBT2023