Numbers 21:4-6
Баҡыр йылан
4Һор тауынан улар, Эдомды урап үтергә тип, Ҡамышлы диңгеҙ буйлап китте. Юлда халыҡ түҙемлеген юғалта башланы. 5Улар Аллаға һәм Мусаға ҡаршы һөйләнергә тотондо: – Беҙҙе ни өсөн Мысырҙан алып сыҡтығыҙ, сүллектә үлеп ҡалһындар типме? Бында ни икмәк, ни һыу юҡ, әлеге мөсһөҙ генә аҙығыбыҙ тамам бүктерҙе, – тинеләр. 6Шул саҡ Раббы халыҡҡа ағыулы йыландар ебәрҙе. Исраилдар араһынан күптәрҙе йылан сағып үлтерҙе.
Copyright information for
BakIBT2023