Numbers 32:10-13
10Шул көндө Раббының асыуы ялҡынланды, 11Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне. 12Ул ергә ҡынизи Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағ ҡына барып етер, сөнки улар Раббыға ысын күңелдән эйәрҙе», – тип ант итте. 13Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө.
Copyright information for
BakIBT2023