Был хатты Паулус төрмәлә саҡта яҙа. Ул Онесимус исемле ҡасҡын ҡол менән таныша. Паулустан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Онесимус Ғайса Мәсихкә инана. Паулус фекеренсә, Онесимусҡа ҡаты яза янаһа ла, ул хужаһы Филемонға ҡайтырға тейеш. Онесимустың хужаһы Филемон Мәсих иманында була инде һәм Колоссай ҡалаһы эргәһендә (хәҙерге Төркиәнең көнбайышы) йәшәй. Паулус уның менән яҡшы таныш була.

Шулай итеп, Паулус үҙенең хатында Филемондың Онесимусты ғәфү итеүен һәм уны имандашы итеп күреүен үтенә; Онесимусты Римға ҡайтарғыһы килһә лә, был ҡарарҙы Филемондың үҙе ҡабул итеүен теләй. Паулус ҡоллоҡ тураһындағы Рим ҡанундарына ҡарата дәғүә белдермәй, әммә имандаштарҙың туғандарса һөйөүе был ҡанундарҙан күпкә мөһимерәк булыуын күрһәтә.

‏ Philemon

1 2Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филемонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Әпфиә ханыма, көрәштәшебеҙ Архиппусҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Паулустан һәм имандашығыҙ Тимоҫеустан сәләм. 3Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын.

Филемондың мөхәббәте һәм иманы

4Доғаларымда һине, Филемон, иҫкә алып, Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, 5сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм. 6Бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ иманыбыҙ һине беҙ Мәсихтә өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам. 7Һинең мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша тынысланды.

Онесимус тураһында үтенес

8Шуға күрә мин, Мәсихтә рухи ҡәрҙәшең, бурысыңды үтәүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алһам да, 9башҡа берәү түгел, мин, ҡарт Паулус, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсихкә инаныуым өсөн төрмәлә ултырыусы тотҡон, һөйөүебеҙгә таянып, һиңә үтенес менән өндәшәм. 10Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онесимус. 11Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы
Онесимус – «файҙалы» тигәнде аңлата.
.
12Күҙемдең ҡараһылай булып киткән Онесимусты кире һеҙгә ҡайтарып ебәрәм. 13Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине. 14Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын. 15Һеҙҙең бер-берегеҙҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылып тороуығыҙ, бәлки, һин уны яңынан ҡабул итеп бөтөнләйгә үҙ яныңда ҡалдырыу өсөн дә булғандыр, 16һәм инде ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.

17Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп, ихлас ҡабул ит. 18Әгәр ҙә ул һине ни менәндер рәнйеткән булһа йәки алдыңда бурыслы булһа, мине яуаплы тип иҫәплә. 19Мин, Паулус, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы. 20Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә файҙаңды күрергә теләйем. Мәсихтә йөрәгемә ҡыуаныс һал. 21Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам. 22Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.

Сәләмдәр

23Минең менән бергә Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Әпәфрас 24һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр. 25Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.

Copyright information for BakIBT2023