Proverbs 1
Хикмәттәрҙең файҙаһы
1Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улының хикмәттәре: 2Аҡыл һәм нәсихәтте өйрәнмәк өсөн,фәһемле һүҙҙәрҙең асылына төшөнмәк өсөн,
3аҡыллы күрһәтмәләрҙе,
тәҡүәлек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡты үҙләштермәк өсөн,
4бер ҡатлыларға аҡыл, йәштәргә белем һәм зирәклек бирмәк өсөн;
5хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр,
белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,
6хикмәтле һәм кинәйәле һүҙҙең,
аҡыл эйәләре әйткәндәрҙең һәм йомаҡтың асылын аңлар.
7Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу.
Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.
Йәштәргә нәсихәт
8Улым, ата нәсихәтен тыңла,әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма;
9сөнки улар – башыңа гүзәл таж,
муйыныңа аҫыл биҙәк булыр.
10Улым, боҙоҡ әҙәмдәр аҙҙырырға маташһа,
улар артынан эйәрә күрмә,
11«Әйҙә, беҙҙең менән, берәйһен һағалап тороп үлтерәйек,
ғәйепһеҙгә ҡул һалайыҡ, – тиер улар, –
12үлеләр донъяһы һымаҡ тереләй йоторбоҙ,
тотошлай ҡәбергә тығырбыҙ.
13Биниһая мал-мөлкәт йыйырбыҙ,
йортобоҙҙо яумал менән тултырырбыҙ.
14Беҙҙең менән бергә йәрәбә һалырһың,
табышыбыҙ уртаҡ булыр», – тип әйтһәләр,
15улым, аслан улар менән юлдаш булма,
улар һуҡмағына аяҡ баҫма;
16сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға,
аяҡтары яманлыҡҡа табан саба.
17Ҡанатлы ҡоштарҙың күҙ алдында
ау ҡороуҙан фәтүә юҡ.
18Шуның ише улар кешегә ҡорған боҫҡон ▼
▼ Боҫҡон – руссаһы: засада.
үҙ ҡандары ҡойолоуға,
үҙ йәндәре ҡыйылыуға сәбәп булыр.
19Кеше байлығына ҡыҙығыусының ахыры бер:
ҡомһоҙлоғо үҙ башына етә.
Аҡыл бер ҡатлыларҙы фашлай
20Аҡыл – зирәк ҡатын – урамда һөрән һала,ауазы майҙандарҙа яңғырай,
21ғәм халыҡ араһында яр һала,
ҡала ҡапҡаһы төбөндә телмәр тота:
22«Эй моңһоҙҙар, ҡасанғаса бер ҡатлы булып йөрөрһөгөҙ,
һеҙ, битһеҙҙәр, ҡасанғаса һөмһөҙләнерһегеҙ,
наҙандар, ҡасанға тиклем аң-белемде ек күрерһегеҙ?
23Әгәр шелтәмә ҡолаҡ һалһағыҙ,
рухымды өҫтөгөҙгә түгермен,
әйтер һүҙҙәремде еткерермен.
24Мин саҡырҙым – һеҙ тыңламанығыҙ,
ҡулымды һуҙҙым – һис берәү иғтибар бирмәй.
25Бөтә кәңәштәремде кире ҡаҡтығыҙ,
шелтә һүҙҙәремде ҡабул итмәнегеҙ.
26Ярай, мин дә һеҙҙең бәхетһеҙлектән көлөрмөн,
һеҙгә афәт килгән саҡта,
27дауылдай дәһшәт ябырылғанда,
ғәрәсәттәй бәлә килгән мәлдә,
ауыр ғазаптар, ыҙа-яфа иҙгәндә,
мин дә мыҫҡыллап көлөрмөн.
28Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен,
эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.
29Белемде ек күргәнгә,
Раббынан ҡурҡыуҙан баш тартҡанға,
30кәңәшемә ҡолаҡ һалмағанға,
шелтә һүҙҙәремде инҡар иткәнгә күрә –
31эштәренең әсе емешен татыр,
яман ниәттәре менән туйыныр улар.
32Сөнки томананы кирелеге харап итер,
аҡылһыҙҙы ғәмһеҙлеге бөлдөрөр.
33Мине тыңлағандар иһә, яуызлыҡтан ҡурҡмайынса,
имен һәм хәүефһеҙ йәшәр».
Copyright information for
BakIBT2023