Proverbs 10
Мәҡәлдәр
1Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре.Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө,ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө.
2Нахаҡ юл менән табылған байлыҡтан файҙа булмаҫ,
ә хаҡлыҡ үлемдән ҡотҡарыр.
3Раббы тоғро кешене ас ҡалдырмаҫ,
ямандың ҡомһоҙлоғон кире ҡағыр.
4Ялҡау ҡулдар бөлгөнгә төшөрөр,
тырыш ҡулдар байлыҡ килтерер.
5Аҡыллы ул йәй көнө иген игер,
ураҡ ваҡытында йоҡлап ятҡан ул хурлыҡ килтерер.
6Иманлының башында – фатиха,
яуыздың телендә – золом.
7Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр,
яуыздың исеме тиҙ онотолор.
8Аҡыллы кеше өгөттө ҡабул итер,
ахмаҡты теле бәләгә илтер.
9Тура юлдан йөрөгән имен йәшәр,
кәкре юлдан киткән фаш ителер.
10Мәкерле күҙ ҡыҫҡан хәсрәт килтерер,
ахмаҡты теле бәләгә илтер.
11Иманлының теле – тормош шишмәһе,
ямандың ауыҙында золом йәшенеп ятыр.
12Нәфрәт талаш ҡуптарыр,
әммә мөхәббәт бөтә гонаһтарҙы ҡаплар.
13Зирәктең ауыҙынан хикмәт сығыр,
аҡылһыҙҙың арҡаһына һуйыл төшөр.
14Аҡыллылар белем туплар,
ахмаҡтың теле һәләкәтте яҡынайтыр.
15Байға байлығы – ныҡлы ҡәлғә,
ярлыға фәҡирлеге – оло бәлә.
16Тәҡүәнең хеҙмәт емеше тормошҡа илтә,
яуыздың табышы – яза.
17Нәсихәтте үҙ итеү – тормошҡа юл,
шелтәне үҙһенмәгән – юлдан аҙашыр.
18Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр,
ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр.
19Күп һөйләгән гонаһтан ҡотола алмаҫ,
телен тыйған аҡыллы булыр.
20Тәҡүәнең теле – саф көмөш,
яуыздың йөрәге буп-буш.
21Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра,
ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә.
22Раббы фатихаһы кешене байыта,
һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.
23Ахмаҡ боҙоҡлоҡтан ләззәт таба,
зирәкте – аҡыл шатландыра.
24Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша,
тәҡүә кеше моратына ирешә.
25Ҡупҡан ҡойон яманды һепереп түгер,
тәҡүә кешенең нигеҙе мәңге торор.
26Тешкә – һеркә, күҙгә төтөн нисек булһа,
йомошо төшкән кешегә ялҡау әҙәм дә шулай.
27Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр,
ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр.
28Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә,
яуыздың көткәне бушҡа сыға.
29Камил кешегә Раббының юлы – һыйыныр урын,
яуызлыҡ ҡылыусылар өсөн – һәләкәт.
30Тәҡүә мәңге тотороҡло булыр,
яуыз иһә ерҙә ҡалмаҫ.
31Тәҡүә ауыҙынан хикмәт яуыр,
мәкерле тел ҡырҡып ташланыр.
32Тәҡүәнең теле ләззәт килтерер,
яуыздың ауыҙынан яманлыҡ сығыр.
Copyright information for
BakIBT2023