‏ Proverbs 13

1Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар,
йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.
2Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр,
мәкерленең күңеле тик золом теләр.
3Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар,
телен тыймаған харап булыр.
4Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы,
егәрле тамағын туйҙырған.
5Тәҡүә әҙәм алдаҡты һөймәй,
боҙоҡ иһә хурлыҡҡа төшә, мәсхәрәгә ҡала.
6Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр,
яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер.
7Ҡайһылар хәйерсе булһа ла, бай булып ҡылана,
икенселәр бай булһа ла, хәйерсе булып күренергә тырыша.
8Бай әҙәм байлығы менән ғүмерен һаҡлай,
ә ярлыға һис нәмә янамай.
9Иманлының шәме яҡты яна,
яуыздыҡы быҫҡып һүнә.
10Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға,
кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.
11Харам юл менән табылған байлыҡ тарҡала,
бөртөкләп йыйылған байлыҡ арта бара.
12Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе,
ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы.
13Нәсихәтте һанға һуҡмаған – зыян күргән,
бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән.
14Аҡыл эйәһенең тәғлимәте – тормош шишмәһе,
ул үлем тоҙағынан һаҡлай.
15Айыҡ аҡыл илтифат ҡаҙана,
мәкер юлы һәләкәткә илтә.
16Зирәк кеше белеменә таянып эш итер,
аҡылһыҙ ахмаҡлығын күрһәтер.
17Яман илсе бәләгә тарыр,
тоғро илсе күңелгә шифа килтерер.
18Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр,
нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.
19Ғәмәлгә ашҡан теләк – күңелгә дауа,
йүләргә яуызлығы менән хушлашыу – ҡот осҡос.
20Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған,
аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.
21Гонаһлыны – бәлә-ҡаза,
тәҡүәне яҡшылыҡ оҙата йөрөй.
22Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра,
гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.
23Ярлының баҫыуында уңышы мул,
тик уны ғәҙелһеҙлек харап итә.
24Сыбығын йәлләй икән, тимәк, улын яратмай,
улын яратһа, ваҡытында арт һабағын уҡытыр.
25Яҡшы әҙәм туйғансы ашар,
яман әҙәмдең ҡорһағы буш ҡалыр.
Copyright information for BakIBT2023