Proverbs 18
1Бүтәндәр менән иҫәпләшмәгән кеше нимә теләй, шуны эшләй;һәр төрлө аҡыллы нәсихәткә ҡаршы килә.
2Ахмаҡ белемде яратмай,
үҙенең фекерен генә алға һөрә.
3Яуызлыҡ артынан нәфрәт килә,
намыҫһыҙлыҡҡа хурлыҡ эйәрә.
4Кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр – тәрән йылға һымаҡ,
аҡыл сығанағы – ташҡын һыу.
5Яуызды яҡлашыу,
ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт.
6Ахмаҡтың теле ыҙғыш ҡуптара,
ауыҙы туҡмаҡҡа сәбәп була.
7Ахмаҡтың теле – үҙе өсөн һәләкәт сығанағы,
әйткән һүҙе – йәненә тоҙаҡ.
8Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм,
кешенең эс-бауырына үтеп инә.
9Эшендә ялҡау булған кеше –
емереүсенең туғаны.
10Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә,
тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.
11Байға байлығы – ныҡлы ҡәлғә,
бейек диуар һымаҡ күренә уға.
12Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә,
тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.
13Тыңлап бөтмәйенсә яуап ҡайтарыу –
ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ.
14Кешенең рухы ауырыуға сыҙай ала,
тик рух һынһа, нимә эшләргә һуң?
15Аҡыллы әҙәм ҡолағы менән белем эҙләр,
аңлы бәндә йөрәге менән аҡыл туплар.
16Бүләк биреү кешегә юл аса,
бөйөктәр алдына алып бара.
17Хөкөмдә беренсе һөйләгән кеше
икенсеһе бәхәскә ҡушылғанға тиклем хаҡ күренер.
18Көслө дәғүәселәр араһында
бәхәсте йәрәбә хәл итә.
19Рәнйеүле туған – нығытмалы ҡала,
ә ыҙғыш бикле ҡапҡа һымаҡ айыра.
20Үҙ теленең емеше менән туя кеше,
теле нимә таба, шуға ҡәнәғәт була.
21Үлем менән йәшәү – телдең хөкөмөндә,
телгә оҫталар уның емеше менән туйына.
22Ҡатын тапҡан – хазина тапҡан,
Раббының илтифатын ҡаҙанған.
23Ярлы ялбарып һорар,
бай тупаҫ яуаплар.
24Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп,
ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
Copyright information for
BakIBT2023