Proverbs 19
1Ялған телле, өҫтәүенә ахмаҡ кешенән,намыҫлы йәшәгән ярлы күпкә яҡшыраҡ.
2Белемһеҙ тырышлыҡ яҡшы түгел,
ашыҡҡан аяҡ абыныр.
3Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра,
ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.
4Барлыҡ дуҫтарҙы арттыра,
юҡлыҡ дуҫтарҙы айыра.
5Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ,
алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ.
6Түрә алдында күптәр ҡуштанлана,
бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.
7Ярлыны хатта туғаны ла яратмаҫ,
дуҫ тигәне лә унан ситләшер:
һөйләшәм тип ашығып барһа – улар юҡ!
8Аҡыл йыйған – үҙ йәнен дә һөйгән,
аҡыл менән эш иткән – бәхет тапҡан.
9Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ,
алдаҡ һөйләгән һәләк булыр.
10Ахмаҡҡа муллыҡта йәшәү килешмәгән һымаҡ,
ҡолға бейҙәр өҫтөнән хаким булыу килешмәҫ.
11Төплө кеше асыуҙан тыйылыр,
ғәйепте кисерә белеү уға ҙурлыҡ бирер.
12Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы,
ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.
13Аҡылһыҙ улан – атаһына бәлә,
мыжыҡ ҡатын – туҡтауһыҙ тамған һыу кеүек.
14Йорт-мал – ата-әсәнән ҡалған мираҫ;
аҡыллы ҡатын – Раббы бирмеше.
15Ялҡау йоҡоға туймаҫ,
эшлекһеҙҙең ашы булмаҫ.
16Бойороҡто үтәгән ғүмерен һаҡлар,
юлын ҡайғыртмаған үлемгә осрар.
17Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән,
Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.
18Улыңды өмөт барҙа тәрбиәлә,
ҡара уны, һәләкәтенә юл ҡуйма.
19Ярһыу әҙәмгә ваҡытында язаһын бирергә тейешһең;
бер аяһаң, тағы ла насарыраҡ булыр.
20Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал,
ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.
21Кеше йөрәгендә ниәттәр күп,
әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.
22Кешенең тоғролоғо – ҡиммәт,
алдаҡсыға ҡарағанда ярлы яҡшыраҡ.
23Раббынан ҡурҡыу кешене йәшәүгә илтә;
ундай кеше ҡәнәғәт йәшәр, тыныс йоҡлар,
уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ яҡынламаҫ.
24Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр,
тик ауыҙына еткергәнсе йыбаныр.
25Хаяһыҙҙы шелтәләһәң, бер ҡатлылар һабаҡ алыр,
аҡыллыны тәнҡитләһәң, өгөт-нәсихәтте алыр.
26Атаһын бөлдөргән, әсәһен өйҙән ҡыуған улан
оят һәм хурлыҡ килтерә.
27Улым, өгөт-нәсихәтте тыңламаһаң,
һабаҡ биргән һүҙҙәрҙән мәхрүм ҡалырһың.
28Мәкерле шаһит хаҡ хөкөмдө мыҫҡыл итә,
яуыздың ауыҙы боҙоҡлоҡто йота.
29Хаяһыҙ әҙәм – хөкөмдән,
ахмаҡтың арҡаһы ҡамсынан ҡотола алмаҫ.
Copyright information for
BakIBT2023