‏ Proverbs 20

1Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра,
уларға алданғандар – ахмаҡ.
2Батшаның ярһыуы – гүйә арыҫлан ырылдауы,
ҡыҙҙырма уны – үҙеңде хәүефкә ҡуйырһың.
3Талаш-тартыштан йыраҡ торған кешегә хөрмәт,
ә һәр ахмаҡ ғауға сығарыр.
4Ялҡау көҙөн ерен һөрмәй,
ураҡ мәлендә буш баҫыуҙы һәрмәй.
5Кеше башындағы уй-ниәттәр – тәрән йылға,
аҡыллы кеше унан һоҫоп-һоҫоп алыр.
6«Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала,
ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы?
7Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә,
үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.
8Хөкөм тәхетендә ултырған батша
үҙ күҙе менән бөтә яманлыҡты ҡыуып таратыр.
9«Күңелемдә һис бысраҡлыҡ юҡ,
гонаһымдан инде таҙарындым», – тип кем әйтә алыр?
10Иңен-буйын, ауырлығын алдап үлсәү –
икеһе лә Раббы алдында әшәкелек.
11Хатта йәш баланы – холҡонан,
сафлығын һәм тоғролоғон эштәренән белеп була.
12Ишетер ҡолаҡты ла, күрер күҙҙе лә
Раббы бар ҡылған.
13Күп йоҡлаһаң, ас ҡалырһың,
күҙ йоммаһаң, өҫтәлең һыйлы булыр.
14«Тауарың насар, насар», – ти һатып алыусы,
ә китеү менән – маҡтана.
15Алтын да бар, аҫылташтар ҙа,
ләкин иң ҡиммәтлеһе – белемле тел.
16Ят кеше өсөн үҙенә яуаплылыҡ йөкмәгәндең кейемен ал,
уны үҙеңә рәһен итеп ҡалдыр.
17Нахаҡ юл менән табылған икмәк
башта тәмле булһа ла,
аҙаҡ ауыҙы тулы таш булыр.
18Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш,
һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.
19Ғәйбәт һөйләгән – серҙәрҙе лә асҡан,
ауыҙында һүҙ тотмаған менән аралашма.
20Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы
төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер.
21Ҡомһоҙлоҡ менән тартып алынған мираҫ
ахырҙа бәрәкәт килтермәҫ.
22«Яуызлыҡ өсөн ҡон ҡайтарам», – тимә,
Раббыға тапшыр – Ул һине һаҡлар.
23Раббы алдатҡыс герҙәрҙән екһенер,
ялған үлсәүҙе Ул хупламай.
24Кешенең аҙымын Раббы йүнәлтә,
шулай икән, кеше үҙенең юлын
нисек аңлаһын?
25Уйламай нәҙер әйтеү,
әйткәндән һуң икеләнеп йөрөү –
кешенең үҙ-үҙенә ҡорған тоҙаҡ.
26Аҡыллы батша залимдарҙы иләп айырыр,
өҫтәренән һуҡҡыс тәгәрмәсен тәгәрәтер.
27Әҙәмдең рухы – Раббы шәмелер,
күңеленең иң төпкөлдәрен һынар.
28Батшаны мәрхәмәт менән хаҡлыҡ һаҡлай,
тоғролоҡ уның тәхетен тотоп торор.
29Ҡеүәт – егеттәрҙең ғорурлығы,
сал сәстәр иһә – ҡарттарҙың шөһрәте.
30Йәрәхәт-яра – яуызлыҡтан дауа,
йоҙроҡ татыу – кешенең холоҡ-фиғелен төҙәтә.
Copyright information for BakIBT2023