Proverbs 21
1Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында:Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.
2Кеше барған юлын дөрөҫ тип һанай,
ләкин Раббы йөрәктәрҙе Үҙе үлсәй.
3Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу
Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк.
4Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк –
яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы.
5Тырыш кешене ниәттәре муллыҡҡа килтерер,
ашыҡ-бошоҡ эшләүсе мохтажлыҡҡа дусар булыр.
6Ялған юл менән табылған байлыҡ –
таралып китер томан һәм үлем тоҙағы.
7Залимдарҙың яуызлығы үҙ башына төшөр,
сөнки улар ғәҙеллектән баш тартты.
8Мут әҙәмдең юлы – кәкре,
ихластың ғәмәле дөрөҫ булыр.
9Холоҡһоҙ ҡатын менән бер өйҙә йәшәгәнсе,
ҡыйыҡ башында йәшәү хәйерлерәк.
10Яман әҙәм яуызлыҡҡа йән атыр,
хатта яҡынын да аямаҫ.
11Мыҫҡыллаусыға яза биргәндә, бер ҡатлы аҡылланыр;
аҡыллыға өгөт бирһәң, үҙенә белем алыр.
12Алла – ғәҙел, Ул яуыздарҙың йортон күҙәтеп тора,
уларҙы бәләгә дусар итә.
13Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә
ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.
14Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы,
ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр.
15Хаҡ хөкөм яҡшы кешегә – шатлыҡ,
яуызлыҡ ҡылыусыларға ҡурҡыу алып килә.
16Аҡыл юлынан тайпылған әҙәм
үлеләр донъяһында урын алыр.
17Кәйеф-сафа һөйгән әҙәм муллыҡ белмәҫ,
ашау-эсеү, шарап һөйгән – һис етешмәҫ.
18Яуыз бәндә – тәҡүәнең,
хыянатсы бәндә намыҫлының йоломолор.
19Холоҡһоҙ, ғауғасыл ҡатын менән йәшәгәнсе,
сүлдә йәшәүең хәйерле.
20Аҡыллының йортонда хазина һәм муллыҡ;
ахмаҡ иһә нәмәһе бар, шуны ашай-туҙҙыра.
21Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар
имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр.
22Аҡыллы ныҡ һаҡланған ҡаланы алыр,
ҡаҡшамаҫлыҡ тип һаналған нығытманы ҡолатыр.
23Теленә ирек бирмәгән кеше
үҙен бәләләрҙән һаҡлар.
24Тәкәббер, эре әҙәм – исеме уның «хаяһыҙ»,
үҙен башҡаларҙан үтә өҫтөн тотор.
25Ялҡауҙы ҡомһоҙлоҡ бөлдөрә,
сөнки ҡулы эште һөйһөнмәй,
26ә теләге һаман көсәйә.
Тәҡүә кеше иһә йәлләмәй өләшә.
27Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес,
боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.
28Ялған шаһит һәләк булыр,
үҙе ишеткәнде һөйләүсенең һүҙе дөрөҫкә сығыр.
29Ямандың сырайы ҡырыҫ булыр,
намыҫлы иһә үҙ юлын ныҡ тотор.
30Раббыға ҡаршы торор аҡыл да,
зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
31Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр,
тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.
Copyright information for
BakIBT2023