Proverbs 22
1Яҡшы исем – ҙур байлыҡтан,абруй алтын-көмөштән ҡиммәт.
2Бай һәм ярлы йәнәш баҫыр –
һәр ҡайһыһын Раббы яратҡан.
3Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер,
бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер.
4Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе –
байлыҡ, хөрмәт, имен тормош.
5Залимдың юлын сәнскәк менән тоҙаҡ һағалай;
ғүмерен ҡайғыртҡан унан йыраҡ йөрөр.
6Балаңа лайыҡлы юлды йәштән өйрәт –
ҡартайғас та шул юлдан тайпылмаҫ.
7Бай ярлылар өҫтөнән хакимлыҡ итер,
бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол.
8Ғәҙелһеҙлек сәскән – бәлә урған,
уның асыу ҡамсыһы юҡҡа сығыр.
9Миһырбанлы кеше фатихалы булыр,
сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә.
10Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер,
янъял менән талаш тыныр.
11Күңел сафлығын яратҡан,
телендә гел яғымлы һүҙ булғанды
батша ла үҙенә дуҫ һанар.
12Раббы күҙе ғилемде һаҡлай,
хыянатсы бәндәнең һүҙҙәрен бушҡа сығара.
13Ялҡау әҙәм: «Урамда арыҫлан!
Тышҡа сыҡһам, мине үлтерерҙәр», – тиер.
14Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын,
Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.
15Бала башындағы иҫәрлекте
тәртип сыбығы тиҙ ҡыуып сығарыр.
16Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе,
байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр.
Аҡыл эйәләренең кәңәштәре
17Ҡолағыңды ас тааҡыллылар һүҙен тыңла,
минең белемемә күңел һал.
18Уларҙы йөрәк түреңдә һаҡлаһаң,
улар һәр саҡ ауыҙыңда булһа,
һиңә йыуаныс булыр.
19Раббыға өмөт бағлап йәшәр өсөн,
бөгөн уларҙы һиңә өйрәтәм.
20– 21Ысын хәҡиҡәт һүҙҙәрен һиңә өйрәтергә,
һине ебәргәндәргә уларҙы еткермәккә
һинең өсөн утыҙ нәсихәт яҙҙым,
һин уларҙан кәңәш, ғилем табырһың.
22Былай ҙа мохтаж булған ярлыны талама,
йәберләнгәнде хөкөм алдында ҡыҫма;
23сөнки уларҙың дәғүәләрен Раббы хәл итер,
уларҙы талағандарҙың йәнен ҡыйыр.
24Тиҙ асыуланған менән аралашма,
ҡыҙыу бәндә менән юлдаш булма.
25Юҡһа улар юлына төшөрһөң,
йәнеңде ауға эләктерерһең.
26Ҡул биреп, кеше бурысын
үҙ өҫтөңә алыусыларҙан булма.
27Юҡһа, түләр хәлең ҡалмағас,
аҫтыңдағы түшәгеңде лә алырҙар.
28Ата-бабаң ҡуйып ҡалдырған
боронғо ыҙан ташын күсермә.
29Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы?
Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.
Copyright information for
BakIBT2023