Proverbs 23
1Хаким менән табында ултырғанда,кем менән ултырғаныңды онотма.
2Ашау яғына үтә шәп булһаң,
нәфсеңде тыя бел.
3Уның һыйына ымһынып, онотолма,
сөнки был – алдаҡсы ризыҡ.
4Байыйым тип үтә бөтөрөнмә,
зиһенең ундай уйҙарыңа сик ҡуя белһен.
5Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була,
ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.
6Һаран әҙәмдең ризығын ашама,
уның тәмле-татлыһынан тыйыл,
7сөнки эстән ул үҙ файҙаһын иҫәпләй,
«Аша ла эс», – тиер һиңә,
тик күңеле менән һинең янда булмаҫ.
8Йотҡан киҫәгеңде кире сығарырһың,
яғымлы һүҙҙәрең бушҡа булыр.
9Ахмаҡҡа хәбәр һөйләмә –
ул һинең аҡыллы һүҙҙәреңдән көлөр.
10Күптән үк ҡуйылған ыҙан ташын күсермә,
етемдәр өлөшөнә һин кермә,
11сөнки уларҙың Яҡлаусыһы ҡөҙрәтле,
уларҙың һиңә ҡаршы дәғүәләрендә
етемдәрҙең тарафын аласаҡ.
12Йөрәгеңде нәсихәткә йүнәлт,
ҡолағыңды ғилем тыңларға өйрәт.
13Балаңдың ғәйебен язаһыҙ ҡалдырма,
сыбыҡтан кеше үлмәй.
14Сыбыҡ менән арт һабағын уҡытһаң,
йәнен һәләкәттән ҡотҡарырһың.
15Улым, йөрәгеңдә аҡылың булһа,
минең йөрәгем дә шатланыр.
16Ауыҙыңда гел дөрөҫлөк булһа,
бар булмышым ҡыуаныр.
17Йөрәгең гонаһлыларҙан көнләшмәһен,
һәр саҡ Раббынан ҡурҡыу йөрәгеңдә һаҡланһын.
18Сөнки алда киләсәк бар,
өмөтөң бушҡа сыҡмаҫ.
19Тыңла, улым, аҡыллы бул,
күңелеңде хаҡ юлға йүнәлдер,
20иҫергәнсе шарап эскән, һоғаланып ит ашаған
бәндәләрҙең араһында булма.
21Сөнки бирән менән эскесене хәйерселек баҫыр,
йоҡосолоҡ иҫке-моҫҡоға кейендерер.
22Яҡты донъяға килтергән атаң һүҙен тыңла,
олоғайған көнөндә әсәйеңде хурлама.
23Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма,
аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.
24Тәүфиҡлы баланың атаһы ҡыуаныр,
аҡыл эйәһенә ғүмер биреүсе шатланыр.
25Әйҙә ата-әсәң тантана итһен,
ғүмер биргән әсәйең һөйөнһөн.
26Улым, йөрәгеңде миңә йүнәлт,
минең юлдарыма күҙ һал.
27Уйнашсы ҡатын ул – төпһөҙ упҡын,
кеше ҡатыны – тар ҡоҙоҡ.
28Ул юлбаҫар һымаҡ һине аңдый,
ирҙәр араһында хыянатсылар һанын арттыра.
29Кемдә хәсрәт? Кемдә ҡайғы?
Кемдә ыҙғыш? Кемдә зар?
Сәбәпһеҙҙән кем туҡмалған?
Кемдең күҙҙәре аларған?
30Шарап эсеүгә һалышҡандар,
тағы ла эҙләп йөрөгәндәр икән был.
31Шараптың ҡыҙыллығына,
һауытта емелдәүенә,
еңел генә эселеүенә ҡарама.
32Аҙаҡтан ул йылан кеүек сағыр,
ҡара йылан һымаҡ ағыу сәсер.
33Күҙҙәрең сәйер нәмәләр күрер,
күңелеңә йүнһеҙ уйҙар килер.
34Үҙеңде диңгеҙ уртаһында ятҡандай,
йөҙөп барған кәмәнең мачтаһында һымаҡ тойорһоң.
35«Туҡманылар мине, һиҙмәнем,
таяҡланылар мине, тойманым,
бына йоҡонан торам да,
яңынан эсергә керешәм», – тиерһең.
Copyright information for
BakIBT2023