Proverbs 25
Сөләймәндең хикмәттәренең дауамы
1Былары ла Сөләймән батшаның хикмәттәре. Уларҙы Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың кешеләре йыйнап алып һаҡлаған. 2Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу,батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү.
3Күктең бейеклеген, ер тәрәнлеген,
батша күңелендәге уйҙарҙы белеп булмаҫ.
4Көмөштән ҡатнашманы айыр,
көмөшсө эшләйәсәк һауыт ҡалыр.
5Яуызды батшанан айыр,
ғәҙеллек менән тәхет нығыр.
6Батша хозурында үҙеңде юғары ҡуйма,
дәрәжәле түрә урынын алма;
7«Түргәрәк күсеп ултыр», – тиеүҙәре
түрә алдында түбәнгәрәк күсереүҙән яҡшыраҡ.
Үҙ күҙең менән күргәнде,
8хөкөмгә сығарырға ашыҡма;
юғиһә аҙаҡтан, яҡының оятҡа ҡалдырғас, нишләрһең?
9Яҡының менән дәғүәңде үҙ-ара хәл ит,
башҡаның серен сисмә,
10юҡһа, ишеткән береһе һине хур итер,
яман атлы булып ҡалырһың.
11Урыны-еренә әйтелгән һүҙҙәр –
көмөш һауыттағы алтын алма.
12Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе
алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.
13Ураҡ эҫеһендә ҡар һалҡыны нисек булһа,
тоғро илсе лә үҙен ебәргән хужаһына хәл индерер.
14Бүләк бирмәһә лә, бирҙем тип маҡтанған әҙәм
ямғырһыҙ болот һәм ел кеүек.
15Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра,
йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра.
16Бал таптыңмы – туйғансы аша,
ҡоҫҡансы ашама;
17дуҫың өйөнә йыш йөрөмә,
юҡһа, һинән туйыр ҙа, күрә алмай башлар.
18Яҡынына ялған шаһитлыҡ ҡылған кеше
Суҡмар, ҡылыс һәм үткер уҡ кеүек.
19Афәт көнөндә ышанысһыҙ кешегә өмөтләнеү
серек теш, сатан аяҡҡа өмөт бағлау һымаҡ.
20Ҡайғылы кеше алдында йыр йырлау
һыуыҡ көндә кейемен систереү,
яраға һеркә тамыҙыуға тиң.
21Дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр,
һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр.
22Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң,
Раббы һиңә әжерен Үҙе бирер.
23Төньяҡ еле ямғыр алып килер,
ғәйбәтсенең теле – сырайҙы боҙор.
24Холоҡһоҙ ҡатын менән бер өйҙә йәшәгәнсе,
ҡыйыҡ башында йәшәү хәйерлерәк.
25Йыраҡ илдән килгән яҡшы хәбәр
сарсаған кешегә һалҡын һыу һымаҡ.
26Залим алдында ебеп төшкән тәҡүә кеше
бысраҡ шишмә, буръяҡ ҡоҙоҡ төҫлө.
27Балды күп ашау яҡшы булмаған һымаҡ,
дан өҫтөнә дан ҡаҙанырға тырышыу ҙа һәйбәт түгел.
28Үҙенә баш була алмаған кеше
диуарһыҙ ҡалған емерек ҡала ише.
Copyright information for
BakIBT2023