Proverbs 26
1Йәй уртаһындағы ҡар, ураҡ өҫтөндәге ямғыр һымаҡ,шөһрәт тә ахмаҡҡа килешле түгел.
2Турғай һәм ҡарлуғас осоп киткән һымаҡ,
нахаҡ ҡарғыш та кешегә төшмәҫ.
3Атҡа – ҡамсы, ишәккә – нуҡта,
ахмаҡ арҡаһына һуйыл килешә.
4Тилегә тилеләрсә яуап бирмә,
үҙең дә шуға оҡшарһың.
5Тилегә тилеләрсә яуап бир,
үҙен аҡыллымын тип уйламаһын.
6Ахмаҡҡа йомош ҡушып ебәргән әҙәм
үҙенең аяғын ҡырҡып ташлағандай ғазап сигер.
7Ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ
аҡһаҡтың сатан аяғы һымаҡ.
8Ахмаҡҡа хөрмәт күрһәтеү –
ташты һапҡыға бәйләп ҡуйыу менән бер.
9Иҫерек ҡулындағы сәнскәкле ботаҡ нисек булһа,
ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ ҙә шулай.
10Үткенсе ахмаҡты эшкә алған кеше
бөтәһен дә яралаған дыуамал уҡсы менән бер.
11Үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайтҡан эт һымаҡ,
ахмаҡ әҙәм дә иҫәрлеген ҡат-ҡат ҡабатлар.
12Үҙен аҡыллыға һанаған затты күргәнең бармы?
Ахмаҡ ул әҙәмдән күпкә өмөтлөрәк.
13Ялҡау әҙәм: «Юлда арыҫлан!
Урам буйлап йыртҡыс йөрөй», – тип тышҡа сыҡмаҫ.
14Ишек – күгәнендә,
ялҡау түшәгендә әйләнә.
15Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр,
тик ауыҙына еткергәнсе арыр.
16Ялҡау үҙен сәсән телле
ете кешенән дә зирәгерәк һанар.
17Талашҡандар араһына ҡыҫылыу –
урам этенең ҡолағынан тартыуға тиң.
18Аҡылдан шашҡан әҙәм
нисек утлы киҫәү ата, үлем сәсә,
19яҡынына этлек эшләп,
«Мин шаярттым ғына», – тигән кеше лә шулай булыр.
20Утын бөтһә, усаҡта ут һүнә;
ғәйбәтсе булмаған ерҙә ғауға тына.
21Ҡыҙыулыҡ өсөн күмер, ут өсөн утын нисек булһа,
Ыҙғышты ҡыҙҙырыу өсөн ғәйбәтсе шулай.
22Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм,
кешенең эс-бауырына үтеп инә.
23Теле йомшаҡ, күңеле тулы яуызлыҡ булған кеше
ялтырауыҡ ялатылған балсыҡ көршәк ише.
24Ҡара уйлы әҙәмдең теле юха,
ләкин күңелендә мәкер ята.
25Тауышының яғымлылығына ышанма,
йөрәгендә ете ҡәбәхәтлек йәшеренгән.
26Нәфрәтен хәйлә аҫтында йәшерһә лә,
яуызлығы йыйын алдында асылыр.
27Кешегә соҡор ҡаҙған – үҙе төшөр,
таш тәгәрәткән – уның аҫтында ҡалыр.
28Ялған телле үҙ ҡорбандарын яратмай,
юха телленең ауыҙында һәләкәт ята.
Copyright information for
BakIBT2023