‏ Proverbs 27

1Иртәгәһе көн менән маҡтанма,
һин уның нимә килтеререн белмәйһең.
2Үҙеңде-үҙең түгел, башҡа кеше,
үҙ ауыҙың түгел, бүтән телдәр һине маҡтаһын.
3Таш ауыр, ҡом тос тарта,
әммә ахмаҡтың рәнйетеүе икеһенән дә ауырыраҡ.
4Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ,
әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?
5Асыҡтан-асыҡ әйтелгән шелтә,
йәшерен һөйөүҙән яҡшыраҡ.
6Дуҫың һине яҡшылыҡ өсөн яралар,
ә күрә алмаған бәндә күп үбер.
7Тамағы туҡ әҙәм баллы кәрәҙҙе лә тапап үтер,
тамағы асҡа әсе лә татлы күренер.
8Тыуған яғынан айырылған кеше
гүйә ояһын ташлап киткән ҡош.
9Еҫле май һәм хуш еҫтәр йөрәккә ләззәт бирә,
дуҫтың ихлас кәңәше күңелгә рәхәт.
10Үҙ дуҫыңды ла, атаң дуҫын да ташлама,
бәлә килһә, туғаныңа барма:
эргәләге күршең йыраҡтағы ҡәрҙәшеңдән яҡшы.
11Аҡыллы бул, улым, йөрәгемә шатлыҡ килтер –
мине ғәйепләгәндәргә ҡайтарып әйтер һүҙем булыр.
12Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер,
бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер.
13Ят кеше өсөн үҙенә яуаплылыҡ йөкмәгәндең кейемен ал,
уны үҙеңә рәһен итеп ҡалдыр.
14Иртә таңдан ҡысҡыра-ҡысҡыра күршене маҡтау
уға ләғнәт уҡығандай булыр.
15Мыжыҡ ҡатын
ямғырлы көндө туҡтамай тамған һыу һымаҡ.
16Ундай ҡатынды тыйыу –
елде – бәйҙә, зәйтүн майын уста тотоу менән бер.
17Тимерҙе тимер сарлар,
кешене кеше үткерләр.
18Инжир ағасын ҡарап үҫтергән уның емешен ашар,
хужаһын хәстәрләгән – хөрмәт ҡаҙаныр.
19Кешенең йөҙө һыуҙа сағылғандай,
кешенең йөрәге лә йөрәктә сағыла.
20Үлеләр донъяһы менән Һәләкәт урыны туймаған һымаҡ,
кешенең күҙе лә туймай.
21Алтын менән көмөш – утта,
кеше маҡтау менән һынала.
22Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә,
уны иҫәрлегенән айырып алып булмай.

23Һарығыңдың хәл-әхүәлен бел,
көтөүеңде яҡшылап көт;
24сөнки байлыҡ мәңге түгел,
таж да нәҫелдән-нәҫелгә күсмәй.
25Үлән шиңеп, йәше ҡалҡып сыҡҡанда,
тауҙарҙа бесән йыйып алынғанда,
26бәрәстәр һине кейендерер,
кәзәләреңде һатып, баҫыу алырһың.
27Кәзәләрең мул һөт бирер,
үҙеңә лә, ғаиләңә лә ризыҡ булыр,
хеҙмәтсе ҡыҙҙарыңа ла эсергә етер.
Copyright information for BakIBT2023