‏ Proverbs 29

1Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше –
бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.
2Тәҡүәләр күбәйгәндә – халыҡ һөйөнә,
яуыз хаким булғанда – халыҡ ыңғыраша.
3Аҡылды яратҡан улан атаһын шатландырыр,
фәхишәләр менән сыуалған малын юғалтыр.
4Батшаның хаҡ хөкөмө илде нығыта,
ришүәт яратыуы – бөлдөрә.
5Яҡынына ялағайланған –
уның аяғына тоҙаҡ һалған.
6Ямандың гонаһы үҙенә тоҙаҡтыр,
яҡшы кеше йырлап, ҡыуанып йәшәр.
7Тәҡүә әҙәм ярлының дәғүәһен ентекләп тикшерер,
залим ул турала уйлап та бирмәҫ.
8Тотанаҡһыҙ әҙәмдәр ҡалала бола сығарыр,
аҡыллылар ярһыуҙы баҫыр.
9Аҡыллы әҙәм ахмаҡты хөкөмгә алып барһа,
ахмаҡ асыуланыр, мәсхәрәләп көлөр,
һис кенә лә тына белмәҫ.
10Йән ҡыйыусы ғәйепһеҙҙе күрә алмаҫ,
намыҫлыны юҡ итергә тырышыр.
11Ахмаҡ әҙәм асыуына ирек бирер,
аҡыллы әҙәм уны тыйып торор.
12Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа,
барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.
13Ярлы менән залимдың бер оҡшашлығы бар –
икеһенә лә Раббы күҙ нурҙары бирә.
14Әгәр батша ярлыларҙы ғәҙел хөкөм итә икән,
уның тәхете мәңге ҡаҡшамаҫ.
15Сыбыҡ менән өгөт аҡылға ултыртыр,
үҙ яйына ҡуйылған бала әсәһенә хурлыҡ килтерер.
16Яуыздар ишәйгән ерҙә гонаһ күбәйер,
әммә тәҡүәләр уларҙың һәләкәтен күрер.
17Балаңды тәрбиәлә – тыныс булырһың,
ул һиңә ҡыуаныс килтерер.
18Алланан асылыш юҡ икән – халыҡ йүгәнһеҙ;
ҡанунға тоғролар мең бәхетле.
19Ҡоро һүҙ менән генә ҡолдо тәрбиәләп булмай,
бындай кеше аңлаһа ла, ҡолаҡ һалмаҫ.
20Уйламай һүҙ һөйләгән кешене күргәнең бармы?
Ундайҙарға ҡарағанда ахмаҡҡа өмөт күберәк.
21Ҡолдо йәштән уҙындырһаң,
яҡшылыҡҡа алып бармаҫ бындай аҙым.
22Асыулы әҙәм янъял сығарыр,
ҡыҙыу әҙәм золом арттырыр.
23Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә,
тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.
24Ҡараҡты дуҫ иткән – үҙенә үҙе дошман;
шаһиттарҙы саҡырғанда өндәшмәй ҡалыр.
25Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған,
Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.
26Күптәр батшанан мәрхәмәт эҙләй,
ләкин кеше ғәҙеллекте тик Раббынан табыр.
27Ялғансылар – тәҡүәләргә ерәнгес,
тура юлдан йөрөүселәр яуыздарға әшәке күренә.
Copyright information for BakIBT2023