‏ Proverbs 30

Агурҙың һүҙҙәре

1Масса ырыуынан Яҡы улы Агурҙың әйткәндәре.

Был кеше Иҫиилға, Иҫиилға һәм Ухалға бына ниҙәр тине:

2Ысынлап та, мин барлыҡ кешеләрҙән дә томанараҡмын,
кешенең аҡыл-зирәклеге миндә юҡ икән.
3Мин зирәклеккә өйрәнмәнем,
Изге Затты белмәгәнмен.
4Кем күктәргә ашып, ергә төштө?
Елде кем усына йыйҙы?
Кем һыуҙы итәгенә төйнәне?
Ерҙең сиктәрен кем билдәләне?
Исеме кем? Улының исеме кем?
Әгәр белһәң, һөйлә.
5Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф:
Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.
6Һүҙҙәренә Уның бер һүҙ ҡушма,
юҡһа һине фашлар – алдаҡсы булырһың.

7Ике әйбер Һинән һорайым,
мин иҫән саҡта үтенесемде кире ҡаҡма:
8алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма,
хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә,
миңә көндәлек икмәгемде бир.
9Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын,
«Раббы кем ул?» – тип әйтермен,
йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын,
Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.
10Хеҙмәтсене хужаһы алдында яманлама,
юғиһә ул һине ҡарғар ҙа,
үҙең ғәйепле булып ҡалырһың.

11Атаһын ҡәһәрләгән һәм
әсәһенә фатиха теләмәгән заттар була.
12Үҙ күҙендә таҙа булып күренгән,
ләкин нәжесенән таҙармаған заттар була.
13Күҙҙәре шундай тәкәббер,
һауалы ҡараған заттар була.
14Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ,
мохтаждарын ер йөҙөнән юймаҡ булған,
теше – гүйә ҡылыс,
теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була.

15Һөлөктөң ике ҡыҙы бар:
«Бир, бир», – тиҙәр.
Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә,
«Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар:
16ул да булһа ҡәбер, түлһеҙ ҡорһаҡ,
һыуға туймаҫ ҡоро тупраҡ,
һәм «етер!» тигәнде белмәҫ ут-ялҡындыр.

17Атаһына мыҫҡыллы ҡараған,
әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен
ялан ҡоҙғоно суҡыр,
бөркөт балалары тамаҡлар.

18Мине хайран ҡалдырған өс,
аҡыл етмәҫ дүрт нәмә бар:
19ул да булһа, күк йөҙөндә бөркөт юлы,
ҡаҡ ҡаяла йылан юлы,
диңгеҙ уртаһында карап юлы,
ир-егеттең ҡыҙ-ҡырҡынға юлы.
20Зинасы ҡатындың да юлы шулай;
ашар ҙа ауыҙын һөртөр:
«Яман эш ҡылманым», – тиер.

21Өс нәмәнән ер һелкенә,
дүрт нәмәне күтәрә алмай:
22ул да булһа, батша булған ҡолдо,
күбенгәнсе ашаған алйотто,
23хурлыҡҡа төшкән ҡатындың кейәүгә сығыуын,
хужабикәһенең урынын алған ҡол ҡатынды.

24Ер йөҙөндә кескәй дүрт зат барҙыр,
улар бик аҡыллы:
25ул да булһа, ҡырмыҫҡа – көсһөҙ халыҡ,
ләкин ашар аҙығын йәй хәстәрләй;
26дамандар ҙа көслө түгел,
тик ҡая булыр торор ерҙәре;
27сиңерткәнең юҡ батшаһы,
ләкин саф-саф булып бара;
28кеҫәрткене ҡулың менән тотһаң була,
ләкин батша һарайына үтеп инә.

29Ғорур һынлы өс нәмә,
ныҡлы баҫҡан дүрт нәмә бар:
30ул да булһа, йәнлектәр араһында иң көслө арыҫлан,
һис берәүгә юл бирмәҫ ул,
31ғорур әтәс, тәкә
һәм дә ғәскәр етәкләгән батша.

32Алйотланып танау сөйһәң,
ниәтеңдә золом булһа,
усың менән ауыҙыңды яп,
33сөнки ҡаймаҡ болғауҙан май яҙыла,
танауға һуғыуҙан ҡан ағыла,
асыуҙы ҡыҙҙырыуҙан ыҙғыш ярала.
Copyright information for BakIBT2023