‏ Proverbs 31

Лемуил батшаның һүҙҙәре

1Массалар батшаһы Лемуилдың әсәһенән өйрәнгән аҡыллы һүҙҙәре.

2Эй улым, һиңә нимә әйтәйем?
Ҡарынымдың емеше булған улым, нимә һөйләйем?
Эй нәҙерҙәремдең улы, һиңә нимә өйрәтәйем!
3Ҡеүәтеңде ҡатындарға бирмә,
батшаларҙы бөлгөнлөккә төшөрөүселәргә юлыңды бирмә.
4Батшаларға, Лемуил,
батшаларға түгел шарап эсеү,
хакимдарға түгел хәмер эҙләп йөрөү;
5юҡһа эсеп иҫереп, ҡанундарҙы оноторҙар,
ярлыларҙы хаҡ хөкөмһөҙ ҡалдырырҙар.
6Хәмерҙе һәләк булып барыусыға,
шарапты ҡайғыға батҡанға бирегеҙ:
7эсер ҙә ярлылығын онотор,
күңел ғазаптарын иҫкә алмаҫ.
8Теле зәғиф кеше өсөн,
йәберләнгәндәр хоҡуғы өсөн;
9ғәҙеллекте яҡлап,
мохтаждарҙың, хәйерсенең
хәле өсөн ауыҙ асып хәбәр һөйлә.

Яҡшы ҡатынға маҡтау

(Алеф)

10Әҙәпле ҡатын табыуҙары ҡыйын,
аҫылташтан ғәйре баһаһы.
(Бейт)

11Ундай ҡатынға иренең йөрәге ныҡ ышана,
уның менән һәр саҡ бәрәкәт ҡаҙаныр.
(Гимел)

12Ул иренә яманлыҡ ҡылмаҫ,
ғүмере буйы яҡшылыҡ эшләр.
(Далеҫ)

13Йөн тетһә лә, етен эшкәртһә лә –
ҡулы тилбер, ҡулы белдекле.
(Һе)

14Сауҙа караптары һымаҡ,
алыҫтан икмәк табып килтерер.
(Уау)

15Таң һарыһынан йоҡонан торор,
ғаиләһенә ашарға хәстәрләр,
хеҙмәтсе ҡыҙҙарына эш бүлеп бирер.
(Зайн)

16Баҫыу хаҡында ҡайғыртып, һатып алыр,
тапҡан аҡсаһына йөҙөм баҡсаһы ултыртыр.
(Хеҫ)

17Билен ҡеүәт менән быуып,
ҡулының көсөн арттырыр.
(Теҫ)

18Эшенең файҙаһын күрә,
төндәрендә лә шәме һүнмәй;
(Йод)

19ҡулын иләүескә һуҙа,
бармағынан орсоҡ төшмәй;
(Каф)

20ярлыларға игелек күрһәтер,
мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыр.
(Ламед)

21Ҡар яуһа ла хәүефләнмәҫ ҡатын,
сөнки бөтә ғаиләһенең икешәр ҡат кейеме бар.
(Мем)

22Үҙенә келәмдәр һуға,
кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән.
(Нун)

23Ире ҡала ҡапҡаһы янында яҡшы таныш,
илдең аҡһаҡалдары ҡоронда ултырыр.
(Самех)

24Ундай ҡатын етен кейем тегеп һата,
сауҙагәрҙәргә ҡушаҡ һуғып бирә.
(Ғайн)

25Уның өҫ кейеме – ҡеүәт һәм абруй,
Ул киләсәккә ҡарап ҡыуана.
(Пе)

26Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ,
мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә.
(Саде)

27Өй эштәрен гел күҙәтеп тора,
ялҡаулыҡтың ни икәнен белмәй.
(Ҡоф)

28Балалары тороп уны данлай,
ире маҡтап бөтә алмай:
(Реш)

29«Лайыҡлы ҡатындар күп булғандыр,
тик һин уларҙың барыһынан арттырҙың!»
(Син менән Шин)

30Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш,
ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.
(Тау)

31Хеҙмәтенә ҡарап хөрмәт күрһәтегеҙ уға,
эштәрен ҡала ҡапҡаларында маҡтағыҙ!
Copyright information for BakIBT2023