‏ Proverbs 4

1Тыңлағыҙ, уландар, атай нәсихәтен,
ҡолаҡ һалығыҙ, аҡыл туплағыҙ.
2Мин бит һеҙҙе яҡшылыҡҡа өйрәтәм,
һүҙҙәремде кире ҡаҡмағыҙ.
3Мин дә атайымдың улы инем,
әсәйемдең берҙән-бер ғәзизе булдым.
4Атам мине былай тип өйрәтте:
«Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла,
бойороҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.
5Аҡыл тупла һин, белем йый,
әйткәнемде онотма, һүҙемдән сыҡма.
6Аҡылдан айырылма, ул һине һаҡлар;
уны ярат – бәләнән аралар.
7Иң мөһиме – аҡыл. Аҡыл тупла,
мал-мөлкәттән ғәйре белем йыйна.
8Аҡылдың ҡәҙерен бел, ул һине күтәрер,
әгәр ҙә уға һарылһаң, ул һине дан ҡаҙандырыр;
9башыңа гүзәл сәскәләрҙән таҡыя,
күркәм бер шөһрәт тажы кейҙерер».

10Тыңла, улым, һүҙҙәремде ҡабул итһәң,
ғүмер йылдарыңды арттырырһың.
11Һиңә аҡылдың һуҡмағын күрһәтермен,
тура юлға йүнәлтермен.
12Унан барһаң, аҙымдарың яңылышмаҫ,
йүгергәндә абынмаҫһың.
13Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма,
һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.
14Яуыздарҙың һуҡмағына аяҡ баҫма,
ямандарҙың юлы менән китмә.
15Ул юлдан ҡас, унан йөрөмә!
Ситкә тайпыл, уны урап үт!
16Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай,
берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.
17Сөнки уларҙың ризығы – яуызлыҡ,
залимлыҡтың шарабын эсәләр.
18Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ,
төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.
19Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ,
нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.

20Улым, һүҙҙәремә иғтибарлы бул,
әйткәндәремә ҡолаҡ һал.
21Уларҙы күҙ уңыңдан ысҡындырма,
йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт,
22сөнки уларҙы тапҡан кешегә – йәшәү,
бөтә тәнгә сәләмәтлек бирә.
23Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла,
йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.
24Телеңде һин ялған һөйләүҙән тый,
мәкерҙе ауыҙыңдан ҡыу;
25күҙҙәрең гел тура ҡараһын,
ҡарашың һәр саҡ алға төбәлһен;
26аяҡ баҫҡанға тиклем һин ныҡлап уйла,
шул саҡ бар юлдарың ышаныслы булыр.
27Уңға ла, һулға ла тайпылма,
аяғыңды яманлыҡтан йыраҡ йөрөт.
Copyright information for BakIBT2023