‏ Proverbs 5

Уйнашҡа ҡаршы киҫәтеү

1 2Улым, айыҡ аҡыл йөрөтөр өсөн,
ирендәрең белемеңде һаҡлаһын өсөн,
мин биргән аҡылға күңел һал,
әйткән фекеремде һанла.
3Кеше ҡатынының ирененән бал тама,
теле майҙай йомшаҡ яғыла –
4ләкин аҙағында – әрем әселеге,
ике яҡлы үткер ҡылыстай – хәүефе.
5Уның аяҡтары үлем юлына төшә,
аҙымдары үлеләр донъяһына йүнәлә.
6Ул йәшәү юлын бар тип тә белмәй,
тайғаҡ юлдан йөрөүен үҙе лә һиҙмәй.

7Тимәк, уландар, әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ,
телемдән төшкән һүҙҙәрҙән тайпылмағыҙ.
8Ундай ҡатындан йыраҡ тор,
уның тупһаһына яҡын барма.
9Юҡһа абруйыңды башҡаларға бирерһең,
ғүмереңде залимдарға исрафларһың;
10көс-ҡеүәтеңдән яттар кинәнер,
михнәт менән тапҡаның икенсе йортҡа китеп торор.
11Тәнең һулып, ҡоро һөйәк ҡалғас,
ғүмер ахырыңда ыңғырашырһың:
12«Өгөт-нәсихәтте ниңә тыңламаным,
ниңә йөрәгем шелтәләрҙе кире ҡаҡты,
13остаздарымдың өйрәткәнен алманым,
кәңәш биргәндәрҙе һанламаным?
14Бөтөн йәмғиәт алдында
хурлыҡҡа саҡ төшмәй ҡалдым».
15Һыуҙы үҙ һаҡлағысыңдан алып эс,
сарсауыңды үҙ ҡоҙоғоңдоң һыуы менән баҫ.
16Шишмәң урамдар буйлап аҡмаһын,
ташҡындай майҙандарға тулмаһын.
17Ул тик бары үҙеңдеке булһын,
яттар менән уны уртаҡлашма.
18Инешеңдең һыуы бәрәкәтле булһын,
йәштән алған ҡатыныңдың рәхәтен күр.
19Һөйкөмлө боланыңдың, гүзәл ҡоралайыңдың күкрәктәре
һәр ваҡыт кинәнескә сорнаһын, –
уның һөйөүе менән ләззәтләнеп йәшә.
20Ниңә, улым, сит ҡатындан башың юғалтырға,
кеше ҡатынының ҡуйынына һыйынырға?
21Кешенең юлы Раббының күҙ алдында,
уның һәр аҙымын үлсәй Раббы!
22Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә,
гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,
23тәрбиәһеҙлеге арҡаһында харап була,
аҙғын ахмаҡлығы башына етә.
Copyright information for BakIBT2023