‏ Proverbs 6

Тормош өсөн кәрәк иҫкәрмәләр

1Улым, әгәр ҙә башҡа өсөн яуаплылыҡ йөкләһәң,
уны үҙеңдең иңеңә алһаң –
2биргән һүҙеңдең ауына ҡаптың,
ауыҙыңдан сыҡҡан вәғәҙәңдең ҡолона әйләндең.
3Улым, үҙеңде ҡотҡарыу сараһын күр,
һин ул кешенең ҡулына төштөң:
уның янына бар, аяғына йығыл, ялбар,
4күҙҙәреңә йоҡо бирмә,
керпектәрең дә ауыраймаһын;
5үҙеңде һунарсы ҡулынан ғәзәл һымаҡ,
ау ҡороусынан ҡош һымаҡ ҡотҡар.

6Эй ялҡау, ана ҡырмыҫҡаға баҡ,
уның тырышлығын күреп, аҡыл ал:
7уның өҫтөнән түрә лә,
күҙәтсе лә, хөкөмдар ҙа юҡ;
8әммә ул йәй буйы аҙыҡ туплай,
ураҡ мәлендә үҙҙәренә ем әҙерләй.
9Күпме ятырға була, эй ялҡау,
йоҡонан торор ваҡыт түгелме?
10Йәнә әҙерәк йоҡлап, серем итһәң,
ҡул ҡаушырып тағы ултыра бирһәң –
11өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер,
ҡораллы баҫҡынсы булып нужа һөжүм итер.

12Йүнһеҙ әҙәм, яман кеше
ауыҙынан ялған һибә;
13йә күҙ ҡыҫа, аяҡ тыпырлата,
йә бармағы менән ишаралай.
14Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер,
һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй,
ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара.
15Шуға күрә һәләкәте ҡапыл булыр,
шифа тапмай, ҡотолғоһоҙ харап булыр.

16Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә,
Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:
17тәкәббер ҡараш, ялғансы тел,
ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар,
18маҡсаты яманлыҡ булған йөрәк,
яуызлыҡҡа ашығыусы аяҡ,
19тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит,
ағай-эненең араһын бутаған зат.

20Улым, атайыңдың бойороҡтарын тот,
әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма!
21Уларҙы һәр ваҡыт йөрәгеңдә һаҡла,
мунсаҡ һымаҡ, муйыныңда тағып йөрө.
22Улар, юлға сыҡһаң, һине етәкләп алырҙар,
йоҡларға ятһаң, һаҡлап торорҙар,
уянғаныңда һөйләшерҙәр.
23Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ,
өгөт-нәсихәт иһә – нур,
шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.
24Улар һине яман ҡатындан аралар,
юха телле ят ҡатындан ҡурсалар.
25Ул ҡатындың сибәрлеге йөрәгеңде өтмәһен,
керпек ҡағыуҙары ҡол итмәһен,
26сөнки аҙғын ҡатын бер һыныҡ икмәккә ҡалдыра,
сит ҡатын йәнеңдән яҙҙыра.
27Кеше ҡуйынында ут йөрөтә алырмы?
Кейгән кейеме янмаҫмы?
28Тере ҡуҙ өҫтөнән атлап йөрөп,
аяғыңды бешермәү мөмкинме?
29Күршеһенең ҡатыны менән йөрөгән кешенең дә хәле шулай;
кем ундай ҡатынға ҡағыла, язаһыҙ ҡалмай.
30Ҡараҡ аслыҡтан, тамаҡ ялғар өсөн урлаһа,
кешеләр уға артыҡ хур баҡмаҫ.
31Ә шулай ҙа тотһалар, ете ҡат арттырып түләтерҙәр,
бөтә мөлкәтен тартып алырҙар.
32Зина ҡылыусының аҡылы юҡ,
бындай кеше үҙ йәнен үҙе ҡыя.
33Өлөшөнә таяҡ менән мәсхәрә төшөр;
хурлығы юйылмаҫ булыр.
34Сөнки көнсөллөк – ирҙе ярһытҡыс бер көс ул,
үс алған сағында аяп тормай.
35Ул бер ниндәй хаҡ та ҡабул итмәҫ,
нимә бирһәләр ҙә, ризалашмаҫ.
Copyright information for BakIBT2023