Proverbs 7
1Улым! Минең һүҙемде тот,ҡушҡанымдан аслан сыҡма.
2Өгөтөмдө тотһаң, көн күрерһең;
өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла.
3Йөҙөк ише бармағыңа кей уларҙы,
йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй.
4Аҡылға әйт: «Һин – минең һеңлем!»
зирәклекте «туғаным» тип ата.
5Улар һине кеше ҡатынынан,
татлы телле ят ҡатындан аралар.
6Бер мәл тәҙрәнән ҡараһам,
тәҙрә рәшәткәһе аша күҙ һалһам,
7бер ҡатлы йәштәр төркөмө араһында
иҫәр бер егет күҙгә салынды.
8Ул урам буйлап килде лә,
ирле ҡатын өйөнә табан йүнәлде –
9эңер төшкәндә,
төн ҡараңғылығына ышыҡланып.
10Бына уның ҡаршыһына
фәхишәләй кейенгән хәйләкәр ҡатын сыҡты.
11Өйөндә ултырып сыҙамаған,
тотанаҡһыҙ, йөрөмтәл ҡатын ине ул.
12Бер урам ҡыҙыра, бер майҙанға сыға,
мөйөш һайын ҡорбанын һағалап йөрөй.
13Бына ул теге егетте ҡосаҡлап алды,
уны үбә-үбә хаяһыҙ йөҙ менән:
14«Татыулыҡ ҡорбаны килтерҙем,
нәҙеремде бөгөн үтәнем.
15Шуға күрә һине күрергә тип ҡаршы сыҡтым,
һине эҙләгәйнем, бына, таптым.
16Түшәгемә парсалы мысыр туҡымалары йәйҙем.
17Хуш еҫле баҙыян бөрктөм түшәгемә,
дәрсен ▼
▼ Дәрсен – руссаһы: корица.
менән йөҙйәшәр һирптем.18Кер, әйҙә, таң атҡансы мөхәббәттән илерербеҙ,
һөйөп-һөйөлөп төнөбөҙҙө үткәрербеҙ.
19Ирем өйҙә юҡ, алыҫ юлға сығып китте.
20Үҙе менән бер янсыҡ көмөш алды,
ай тулғансы ҡайтып кермәҫ әле».
21Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы,
тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе.
22– 23Салыуға алып барылған үгеҙ һымаҡ,
бауырын уҡ үтәнән үтә тишкәнгә тиклем,
был ахмаҡ тоҙаҡҡа баҫа,
йәненән яҙырын аңламайса,
ауға табан осҡан ҡошсоҡ һымаҡ,
уның артынан эйәрә.
24Эй уландарым, тыңлағыҙ мине,
һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ,
25күңелегеҙ ул ҡатындың юлына табан боролмаһын,
уның һуҡмағына аслан аяҡ баҫмағыҙ.
26Сөнки ундай ҡатын күпме кешене ҡорбан итте,
ни ҡәҙәр әҙәмдең башына етте.
27Уның өйө – үлеләр донъяһына юл,
ҡәбергә алып төшә ул.
Copyright information for
BakIBT2023