Proverbs 8
Аҡыл кешеләргә өндәшә
1Аҡыл – зирәк ҡатын – саҡырамы әллә?Зиһен ауазын яңғырата түгелме?
2Юл буйындағы ҡалҡыуҙа,
Юлдар сатында баҫып тора ул;
3ҡала ҡапҡалары төбөндә һөрән һала,
ишектәр алдында яр һала:
4«Кешеләр, һеҙгә өндәшәм,
әҙәм балаларына мөрәжәғәт итәм.
5Бер ҡатлылар, аҡыл менән эш итергә өйрәнегеҙ,
эй ахмаҡтар, аҡыл туплағыҙ.
6Минең рухлы телмәремде тыңлағыҙ, –
ауыҙымды дөрөҫлөк һөйләр өсөн асамын.
7Минең телем хәҡиҡәтте һөйләй,
ялған – ауыҙым өсөн ерәнгес.
8Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр гелән ғәҙел,
мәкер-алдаҡ юҡ уларҙа.
9Аңлағандар өсөн улар аңлайышлы,
ғилем эйәләре өсөн дөрөҫ.
10Нәсихәтемде көмөштән ғәйре күрегеҙ,
ғилемде саф алтындан өҫтөн ҡуйығыҙ.
11Сөнки аҡыл аҫылташтан ҡиммәтерәк,
һин теләгән бер нәмә лә уға тиңләшә алмаҫ.
12Мин аҡылмын, зирәклек минең юлдашым,
белем менән төплөлөк – эҙләгәнем.
13Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул;
тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы,
ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.
14Кәңәш миндә, айыҡ аҡыл миндә,
мин зиһенмен, көс минең менән.
15Минең ҡөҙрәтем менән батшалар идара итә,
хакимдар ғәҙеллек урынлаштыра.
16Минең ҡөҙрәтем менән башлыҡ һәм түрәләр,
ер йөҙөнөң барлыҡ хөкөмдарҙары ғәҙел идара итә.
17Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм,
эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.
18Минең менән байлыҡ һәм дан,
бөтмәҫ муллыҡ һәм дөрөҫлөк.
19Емештәрем алтындан,
хатта саф алтындан яҡшыраҡтыр;
файҙам иһә саф көмөштән өҫтөнөрәк.
20Мин тоғролоҡ юлынан,
ғәҙеллек эҙҙәренән йөрөйөм,
21үҙемде яратҡандарға байлыҡ килтерәм,
хазиналарын арттырам.
22Раббы Үҙ юлының башланғысында
һәр эшенән әүәл миңә эйә булды.
23Донъя бар булғандан алда,
әүәлдән үк барлыҡҡа килдем мин.
24Даръялар юҡ саҡта,
сығанаҡтар ҙа булмағанда барлыҡҡа килдем.
25Тауҙар ҡалҡмағайны әле ул саҡта.
Ҡалҡыулыҡтарҙан да алда тыуҙым.
26Раббы ҡырҙары менән ер өҫтөн,
ғаләмдең бөртөк ҡомон да бар итмәгәйне.
27Ул күкте бар ҡылғанда – шунда булдым,
даръя өҫтөнә офоҡто һыҙған саҡта,
28күк йөҙөнә болоттар урынлаштырғанда,
ер аҫтындағы инеш юлдарын нығытҡанда,
29Ул һыу ташып сыҡмаһын тип,
диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда,
ергә нигеҙ һалған саҡта –
30мин Раббы янында оҫта булдым,
һәр көн һайын Уның һөйөнөсө инем,
гелән Уның алдында ҡыуандым.
31Ерҙәге донъяға һөйөндөм мин,
әҙәм заттарын уйлап ҡыуандым.
32Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, балалар:
минең юлдан барыусылар бәхетле.
33Нәсихәтемде тыңлағыҙ – аҡыл туплағыҙ,
уны һис тә кире ҡаҡмағыҙ.
34Мине тыңлап, көн һайын
ҡапҡам төбәндә уяу торғандар,
ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.
35Мине тапҡан кеше йәшәү таба,
Раббының илтифатын ҡаҙана.
36Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла,
мине күрә алмағандар үлемде үҙ итә».
Copyright information for
BakIBT2023