‏ Proverbs 9

1Аҡыл, ете бағанаһын йышып,
үҙенә йорт һалды;
2мал һуйҙы, тәмләткестәр ҡушып
шарап әҙерләне, табын ҡорҙо.
3Хеҙмәтсе ҡыҙҙарын ҡаланың
бейек урынына ебәреп, иғлан иттерҙе:
4«Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!»
Аҡылһыҙҙарға ла әйтте:
5«Килегеҙ, һыйымды ашағыҙ,
әҙерләгән шараптан ауыҙ итегеҙ!
6Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ,
зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине.

7Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың,
яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр.
8Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр,
аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.
9Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр,
иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр.
10Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы,
мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!
11Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр,
ғүмер йылдарың ишәйер.
12Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер,
кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.

13Ахмаҡлыҡ – ғауғасыл, аңһыҙ, наҙан ҡатын – 14өйөнөң ишеге алдына сығып йәки ҡаланың иң ҡалҡыу ерендә ултырып, 15үҙ юлынан китеп барғандарҙы саҡырып ҡысҡыра:

16«Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!»
Аҡылһыҙҙарға ла әйтте:
17«Урлап эскән һыу татлыраҡ,
йәшереп ашаған икмәк тәмлерәк!»
18Ә янына килгән бахыр
үҙен әруахтар янына саҡырғанды белмәй.
Уның ҡунаҡтары – үлеләр донъяһының төпкөлөндә.
Copyright information for BakIBT2023