Proverbs 11
1Алдаҡ үлсәү – Раббы өсөн ерәнгес,ул дөрөҫ герҙәрҙе хуп күрер.
2Тәкәбберлек артынан хурлыҡ килер,
тыйнаҡтарға эйәреп аҡыл йөрөр.
3Намыҫлыны күңел сафлығы етәкләр,
мәкерлеләрҙе хәйләһе харап итер.
4Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ,
әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.
5Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр,
яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.
6Намыҫлыларҙы тәҡүәлеге ҡотҡарыр,
мәкерлеләр яман ниәттәренең тоҙағына эләгер.
7Яман әҙәм менән бергә өмөтө лә үлер,
боҙоҡтарҙың көткәне аҡланмаҫ.
8Тәҡүә бәлә-ҡазанан ҡотолоп ҡалыр,
уның урынына яман әҙәм эләгер.
9Аллаһыҙҙың теле күршеһен һәләк итер,
тәҡүәләр белеме менән ҡотолоп ҡалыр.
10Тәҡүәгә яҡшы булһа – ҡала байрам итер,
яман бәндәләр харап булһа – тантана яһарҙар.
11Намыҫлының фатихаһы менән ҡала төҙөлөр,
яуыздың мәкерле теле арҡаһында емереп ташланыр.
12Ахмаҡ кеше яҡынын яманлар,
белекле кеше өндәшмәй ҡалыр.
13Ғәйбәтсе кешенең серен асыр,
тоғро кеше сер һаҡлай белер.
14Өгөт-нәсихәтһеҙ халыҡ юҡҡа сығыр,
кәңәшселәре күп халыҡ имен йәшәр.
15Кеше бурысын үҙ өҫтөнә алған – бәләгә тарыр,
үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмаған – тыныс йәшәр.
16Һәйбәт күңелле ҡатын хөрмәт ҡаҙаныр,
аяуһыҙ иһә байлыҡ йыйыр.
17Миһырбанлы әҙәм үҙенә бәрәкәт килтерер,
рәхимһеҙ иһә зыянға тарыр.
18Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс,
игелек иккәндең әжере ышаныслы.
19Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә,
яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға.
20Раббы боҙоҡ күңеллеләрҙән ерәнә,
пак юлдан барыусылар Уға ҡыуаныс.
21Хаҡ әйтәм, яман бәндә язаһыҙ ҡалмаҫ,
иманлылар тоҡомо ҡоромаҫ.
22Елбәҙәк ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеге
сусҡа моронондағы алтын алҡа һымаҡ.
23Иманлының уй-теләге – яҡшылыҡҡа,
яуыздың өмөттәре Раббының асыуына килтерер.
24Ҡайһы берәүҙәрҙең бирергә ҡулы йомарт, әммә байлығы арта бара,
ҡайһылар һаран, әммә хәйерселектән ҡотола алмай.
25Йомарт кеше етеш йәшәр,
сарсағанға һыу биреүсенең үҙенә лә һыу бирерҙәр.
26Ашлығын ҡыҙғанғанды халыҡ ҡәһәрләр,
уны ваҡытында һатҡан фатихаланыр.
27Яҡшылыҡ эҙләгән илтифат табыр,
яманлыҡ артынан эйәргән башына бәлә алыр.
28Байлығына ғына иҫәп тотҡан шиңеп ҡалыр,
иманлылар йәшел япраҡ һымаҡ булыр.
29Ғаиләһенә хәсрәт килтергәндең мираҫы ел булыр,
ахмаҡ әҙәм аҡыллыға ҡол булыр.
30Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға,
аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.
31Тәҡүә ер йөҙөндә әжерен ала икән,
яуыз менән гонаһ эйәһе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.
Copyright information for
BakIBT2023