Proverbs 12
1Ғилем яратҡан нәсихәтте лә яратыр,шелтәне хуп күрмәгән – аңра ҡалыр.
2Күңеле яҡшыны Раббы хуп күрер,
мәкерле кеше Уның хөкөмөнә тарыр.
3Кеше яуызлыҡ менән нығына алмаҫ,
ә тоғроларҙың тамыры ҡоромаҫ.
4Әҙәпле ҡатын – ир башындағы таж,
әҙәпһеҙ ҡатын – иренең һөйәгендәге серек.
5Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек,
яман әҙәмдең кәңәше – мәкер.
6Яуыздарҙың һүҙҙәре – ҡанлы тоҙаҡ,
намыҫлының әйткәне яманлыҡтан ҡотҡара.
7Залимдар йығылып юҡ булыр,
тәҡүәләрҙең йорто имен торор.
8Кеше аҡылына күрә маҡталыр,
боҙоҡ ниәтле – хурланыр.
9Эре ҡыланып та, тәғәм икмәккә тилмергәнсе,
үҙе эшләп ризыҡ тапҡан ябай кеше булыуың яҡшыраҡ.
10Игелекле әҙәм хатта малын да ҡайғырта,
яман әҙәм иһә мәрхәмәт белмәҫ.
11Иген иккән икмәккә туйыр,
буш-юҡ артынан ҡыуған әҙәм иһә – ахмаҡ.
12Боҙоҡ әҙәм башҡа яуыздарҙың байлығын көҫәр,
тәҡүә әҙәмдең тамыры үҫенте бирер.
13Яман әҙәм үҙ теленең тоҙағына ҡабыр,
дөрөҫлөккә тоғро – бәләнән ҡалыр.
14Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр,
хеҙмәте бүләк булып үҙенә әйләнеп ҡайтыр.
15Ахмаҡ үҙ юлын дөрөҫ тип уйлар,
аҡыллы әҙәм кәңәшкә ҡолаҡ һалыр.
16Ахмаҡтың асыуы йөҙөнә сығыр,
аҡыллы хурлауҙы ишетмәмешкә һалышыр.
17Намыҫлы шаһит дөрөҫөн һөйләр,
ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр.
18Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай,
аҡыллының һүҙе дауалай.
19Хаҡ һүҙҙең ғүмере – мәңгелек,
ялғандың ғүмере – бер күҙ асып йомған ара.
20Ниәте ямандың күңелендә – мәкер,
татыулыҡ яҡлының күңелендә һөйөнөс булыр.
21Тәҡүә кешегә һис ниндәй зарар теймәҫ,
яуыз иһә золомға тулышҡан.
22Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес,
намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә.
23Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар,
ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.
24Егәрленең ҡулы етәкселек итер,
ялҡаулығы кешене ҡол итер.
25Хәүеф кешенең йөрәген бөтөрә,
яғымлы һүҙ күңелен күтәрә.
26Тәҡүә кеше яҡынына юл күрһәтер,
яуыз иһә юлдан аҙаштырыр.
27Ялҡау ауына эләккәнде лә бешермәҫ,
егәрленең мал-мөлкәте һан белмәҫ.
28Хаҡлыҡ юлы – йәшәү сығанағы,
кем был юл менән бара, унда үлем юҡ.
Copyright information for
BakIBT2023