‏ Proverbs 14

1Аҡыллы ҡатын өй күтәрер,
ахмаҡ ҡатын уны үҙ ҡулы менән емерер.
2Тура юлдан йөрөгән кеше Раббынан ҡурҡа,
юлынан тайпылған кеше Уны һанға һуҡмай.
3Ахмаҡтың һөйләнгәне – арт һанына ҡамсылыр,
аҡыллының теле иһә – үҙе өсөн һаҡлыҡтыр.
4Үгеҙ булмаған урында утлыҡса буш,
әммә үгеҙе көслөнөң игене мул.
5Ышаныслы шаһит ялғанламаҫ,
ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр.
6Мыҫҡылларға яратыусы әҙәм аҡыл эҙләһә лә таба алмаҫ,
зирәккә белем анһат бирелер.
7Ахмаҡтан йыраҡ тор –
ауыҙынан мәғәнәле һүҙ ишетмәҫһең.
8Зирәк кешенең аҡылы – үҙ юлын белеүҙә,
Аҡылһыҙҙар ахмаҡлығы – уларҙың алдашыуында.
9Ахмаҡтар гонаһ ҡорбанына көлөп ҡарар,
намыҫлылар Раббының илтифатын ҡаҙаныр.
10Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә,
шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.
11Ямандарҙың йорто емерелер,
намыҫлыларҙың сатыры сәскә атыр.
12Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла,
ахыры үлемгә алып килә.
13Көлгәндә лә ҡай сағында йөрәк һыҙлай,
шатлыҡтың һуңында ҡайғы бар.
14Аҙғын әҙәм үҙенең боҙоҡ юлының,
яҡшы кеше игелегенең әжерен күрер.
15Бер ҡатлы әҙәм һәр һүҙгә ышанып бара,
зирәк кеше алдын-артын ҡарап йөрөй.
16Аҡыллы әҙәм яманлыҡтан ҡурҡып тайшана,
ә ахмаҡ, дыуамалланып, үҙенә ышана.
17Дыуамал бәндә ахмаҡлыҡ эшләр,
мәкерле әҙәм нәфрәткә дусар булыр.
18Томана мираҫҡа ахмаҡлыҡ алыр,
ә зирәктең тажы – ғилем булыр.
19Ямандар – яҡшылар ҡаршыһында,
яуыздар – тәҡүәләр алдында баш эйер.
20Ярлыны яҡындары ла ят күрә,
байҙың дуҫтары күп була.
21Яҡынын өнәмәгән – гонаһлы,
ярлыға хәстәрлекле булған – бәхетле.
22Яуызлыҡ ниәтләгән юлдан аҙашмаҫмы?
Ә һөйөү һәм тоғролоҡ яҡшы ниәтлеләр менән булыр.
23Һәр тырыш хеҙмәт ҡаҙаныш килтерә,
буш хәбәрҙән нужа тыуа.
24Аҡыл эйәләренең тажы – уларҙың байлығы,
ахмаҡтар иҫәрлеге менән танылыр.
25Тоғро шаһит йәндәрҙе ҡотҡарыр,
ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр.
26Раббынан ҡурҡыу – ныҡлы ҡалҡан,
үҙеңде лә, затыңды ла һаҡлар.
27Раббынан ҡурҡыу – тормош шишмәһе,
ул үлем тоҙағынан һаҡлай.
28Ишле халыҡ – батшаның шөһрәте,
халҡының аҙлығы – хакимдың һәләкәте.
29Сабыр кеше – аҡылға бай,
ҡыҙыу бәндә ахмаҡлығын арттырыр.
30Тыныс күңел – тәнгә сихәт,
көнсөллөк һөйәктәрҙе серетә.
31Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған,
хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.
32Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр,
яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.
33Зирәклек аҡыл эйәһенең йөрәгендә оя ҡорор;
хатта ахмаҡтар ҙа уны күрмәй ҡалмаҫ.
34Тәҡүәлек халыҡ өсөн – ҙурлыҡ,
гонаһ иһә халыҡ өсөн – хурлыҡ.
35Аҡыл менән эш иткән хеҙмәтсе батшаның рәхмәтен ҡаҙаныр;
хурлыҡлы эш ҡылыусы уның асыуына дусар булыр.
Copyright information for BakIBT2023