Proverbs 15
1Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр,ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.
2Аҡыллының теле ғилемде күркәм итә,
аҡылһыҙҙың теле ахмаҡлыҡ сәсә.
3Раббы күҙе һәр тарафҡа барып етә:
ул яҡшыһын да, яманын да күреп тора.
4Шифалы һүҙ – тормош ағасы,
хәйләле һүҙ – рухты емерә.
5Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ;
өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы.
6Тәҡүәнең өйө тулы хазиналыр,
ямандың мал-мөлкәте бәлә килтерер.
7Аҡыллының теле ғилем тарата,
ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ.
8Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек,
иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.
9Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт,
Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.
10Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр,
шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр.
11Үлеләр донъяһы һәм Һәләкәт урыны асыҡ булған Раббыға
кешенең йөрәгендә ниндәй сер булһын!
12Йүнһеҙ әҙәм үҙен фашлағанды яратмаҫ,
ул аҡыл эйәһе янына яҡын юламаҫ.
13Күңеле көрҙөң йөҙө лә нурлы,
ә ҡайғы-хәсрәт рухты төшөрә.
14Зирәк йөрәк ғилем эҙләр,
ахмаҡ тилелеге менән туйыныр.
15Ярлының һәр көнө ҡайғылы,
бәхетленең йөрәгендә – көн дә байрам.
16Байлыҡ йыйып, хафаланып йәшәгәнсе,
әҙгә хушһынып, Раббыны ҙурлау хәйерлерәк.
17Һөйөү тулы урында тик йәшелсә генә ашау
нәфрәт тулы урында һимеҙ тана ите ашауҙан яҡшыраҡ.
18Яндырай ғауға сығара,
сабыр кеше ыҙғышты туҡтата.
19Ялҡауҙың юлын сәнскәк баҫыр,
намыҫлыларҙың юлы тигеҙ-киң.
20Аҡыллы ул – атаға һөйөнөс,
ахмаҡ ул – әсәһен хурлар.
21Ахмаҡ тилеләнә лә шатлана,
аҡыллы тура юлдан бара.
22Кәңәшһеҙ эш тарҡалыр,
кәңәшселәр күп булһа, уңыш ҡаҙаныр.
23Кеше дөрөҫ яуап бирһә – шатлыҡ;
һүҙҙең урынлы әйтелгәне яҡшы!
24Аҡыллы кеше түбәндән,
үлеләр донъяһынан тайпылыр өсөн
юғары, йәшәүгә илткән юлдан йөрөй.
25Раббы тәкәбберҙең йортон емерер,
тол ҡатындың биләмәһен һаҡлар.
26Ямандарҙың ниәте Раббыға ерәнгес,
яғымлы һүҙҙәр иһә Уның өсөн пак.
27Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр,
ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр.
28Тоғро йөрәк уйлап яуап бирер,
яуыздың теленән ағыу тамыр.
29Раббы ямандарҙан алыҫ тора,
иманлының доғаһына ҡолаҡ һала.
30Нурлы ҡараш күңелде ҡыуандыра,
яҡшы хәбәр йәнгә-тәнгә аҙыҡ бирә.
31Тормош һабағына иғтибарлы ҡолаҡ
аҡыллылар араһында йәшәр.
32Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә,
өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя.
33Раббынан ҡурҡыу аҡылға өйрәтә,
күндәмлек данға юл аса.
Copyright information for
BakIBT2023