‏ Proverbs 16

1Кеше күңелендә ниәт ҡора,
әммә бөтә нәмәгә яуап – Раббынан.
2Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай,
ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.
3Эшеңде Раббы ихтыярына тапшыр –
уй-ниәттәрең тормошҡа ашыр.
4Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан,
хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.
5Барса тәкәбберҙәр Раббыға ерәнгес,
улар аслан язаһыҙ ҡалмаҫ.
6Мөхәббәт менән тоғролоҡ ғәйептән пакландыра,
Раббынан ҡурҡыу гонаһтан тыя.
7Кешенең юлы Раббыға хуш булһа,
Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.
8Ғәҙел юл менән табылған әҙ нәмә
нахаҡ юл менән ҡаҙанған байлыҡтан яҡшыраҡ.
9Кеше үҙ юлын үҙе һайлай,
әммә аҙымдарын Раббы йүнәлтә.
10Батша ауыҙында – әүлиә һүҙҙәр,
хөкөм сығарғанда ла ул яңылышмаҫ.
11Дөрөҫ үлсәү – Раббынандыр,
үлсәүҙең герҙәрен дә Ул бар ҡылған.
12Батшаның яуызлыҡ ҡылыуы – ҡәбәхәтлек,
сөнки тәхет ғәҙеллек менән нығытыла.
13Тоғро һүҙ батша өсөн – ҡыуаныс,
ул дөрөҫ һөйләгәнде ярата.
14Батшаның асыуы – үлем илсеһе,
әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр.
15Батшаның нурлы ҡарашында тормош бар,
уның илтифаты – яҙғы ләйсән.
16Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан,
белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ.
17Намыҫлының юлы – боҙоҡлоҡтан ситкә тайпылыу;
аҙымын белеп баҫҡан – йәнен һаҡлар.
18Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә,
маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.
19Тәкәбберҙәр менән табыш бүлешкәнсе,
күндәм рухлы булып ярлылар менән йәшәү яҡшы.
20Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған,
Раббыға таянған – бәхеткә ирешкән.
21Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр,
һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр.
22Зиһене бар кеше өсөн аҡыл – тормош шишмәһе,
ахмаҡҡа иһә ахмаҡлығы – яза.
23Аҡыллының йөрәге теленә зирәклек бирер,
әйткәндәрен ышаныслы итер.
24Татлы һүҙ – баллы кәрәҙ:
йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт.
25Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла,
ахыры үлемгә алып килә.
26Хеҙмәт кешеһе үҙенә үҙе ял бирмәй,
сөнки уны ас ҡарыны өндәй.
27Йүнһеҙ әҙәм боҙоҡлоҡҡа шәп,
теле, гүйә, ялмар ялҡын.
28Мәкерле янъял тыуҙыра,
ғәйбәтсе дуҫтарҙы айыра.
29Залим дуҫын алдар,
уны яман юлға этәрер.
30Күҙен ҡыҫҡан – яман ниәт ҡора,
иренен ҡымтыған – яуызлыҡ ҡыла.
31Сал сәс – кешенең тоғро юлда
ҡаҙанған шөһрәт тажы.
32Түҙем әҙәм баһадирҙан көслөрәк,
үҙ-үҙенә баш булған кеше
ҡала алған яугирҙән ҡөҙрәтлерәк.
33Күпме генә йәрәбә һалһаң да,
бөтә ҡарар – Раббынан.
Copyright information for BakIBT2023