‏ Proverbs 17

1Табыны мул булған ғауғалы йорттан,
бер тешләм икмәк ҡатыһы булған тормош хәйерлерәк.
2Аҡыллы хеҙмәтсе хужаһының боҙоҡ улынан өҫтөн булыр;
мираҫтан да хужаның улдары менән бер рәттән өлөш алыр.
3Алтын-көмөш утта һынала,
әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай.
4Яман әҙәм яуыздар һүҙенә ҡолаҡ һала,
алдаҡсы әҙәм ғәйбәтселәргә эйәрә.
5Ярлынан көлгән әҙәм Яратыусыһын да хурлай,
кеше бәхетһеҙлегенә һөйөнгән – язаһын алмай ҡалмай.
6Ейәндәр – өлкәндәрҙең тажы,
балаларҙың даны – ата-әсәһе.
7Ахмаҡҡа күтәренке телмәр оҡшамаған һымаҡ,
затлы затҡа алдаҡ һүҙҙәр килешмәй.
8Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола:
гүйә, ҡайҙа боролһаң да, файҙа килтерә.
9Кенә тотмаған – дуҫлыҡты һаҡлаған,
үпкәһен онотмаған – дуҫын юғалтҡан.
10Белеклегә шелтә лә һабаҡ,
ахмаҡҡа йөҙ туҡмаҡтың да файҙаһы юҡ.
11Ғауғасыға янъял ғына булһын,
шуға күрә уға илсенең иң аяуһыҙы күндерелер.
12Ҡоторонған ахмаҡҡа ҡарағанда,
балаһын юғалтҡан инә айыуға осрауың хәйерлерәк.
13Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән атҡандың
йортонан бәлә китмәҫ.
14Ыҙғыш башы быуа йырылыуға тиң,
ҡыҙып китмәҫ элек туҡтай һал.
15Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау –
икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.
16Был нимә?
Ахмаҡтың ҡулында аҡса бар ҙа,
аҡыл һатып алырға башы юҡ.
17Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек;
туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.
18Ярҙам ҡулы һуҙмаҡ булып,
башҡа кеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу – алйотлоҡ.
19Ыҙғыш яратҡан әҙәм – гонаһҡа ла әүәҫ;
үҙ-үҙен юғары ҡуйып маҡтанған башына бәлә эҙләй.
20Боҙоҡ әҙәм яҡшылыҡ белмәҫ,
мәкерле тел бәләгә дусар булыр.
21Ахмаҡ баланың ата-әсәһе башына ҡайғы алыр;
алйот улдың атаһынан һөйөнөс ҡасыр.
22Шат күңел – иң шәп дауа,
төшөнкө күңел һөйәктәрҙе ҡорота.
23Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн
яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.
24Зирәктең күҙе аҡылға төбәлгән,
ахмаҡтың күҙе ерҙең һәр тарафына йүнәлгән.
25Ахмаҡ улан – атаға көйөнөс,
уны тапҡан әсәгә – әрнеү.
26Ғәйепһеҙ кешегә яза биреү,
хөрмәтлене тура һүҙе өсөн туҡмау – яман эш.
27Зиһенле һүҙен үлсәп әйтер,
белекле бушҡа ҡыҙып бармаҫ.
28Өндәшмәгән саҡта алйот та аҡыллы тойолор,
ауыҙын йомоп ултырһа, белдекле күренер.
Copyright information for BakIBT2023