‏ Proverbs 2

Аҡыл – Раббынан

1Улым, минең һүҙҙәремде тыңлап,
бойороҡтарымды күңелеңдә һаҡлаһаң,
2аҡылға ҡолағыңды асып,
йөрәгеңде төшөнмәккә йүнәлтһәң,
3эйе, әгәр белемгә юл асып,
зиһенде саҡырһаң,
4уны көмөш эҙләгән һымаҡ,
йәшерен хазина һымаҡ эҙләһәң, –
5Раббынан ҡурҡыуҙың мәғәнәһен аңларһың,
Алланы танып-белерһең.
6Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә,
белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.
7Раббы намыҫлыларға еңеү әҙерләй,
Ул хаҡ юлдан йөрөгәндәр өсөн – ҡалҡан.
8Ул ғәҙеллек юлын һаҡлай,
тоғроларының һуҡмағын ҡурсалай.
9Шул сағында һин тоғролоҡтоң, ғәҙеллектең,
һәр төрлө игелекле юлдың мәғәнәһенә төшөнөрһөң,
10сөнки йөрәгеңә аҡыл инеп урынлашыр,
ғилем күңелеңде биләп зауыҡландырыр,
11зирәклек һине ҡурсалар,
зиһен һине һаҡлап торор.
12Улар һине яман юлдан,
әхлаҡһыҙҙың ҡотҡоһонан ҡотҡарыр.
13Ҡараңғылыҡ юлын өҫтөн күреп,
тура юлдан тайпылғандарҙан,
14яуыз эштәренә шатланған,
аҙғынлыҡтарынан тәм тапҡан,
15юлдары кәкре булған,
үҙ һуҡмаҡтарында аҙашып йөрөгәндәрҙән һаҡлап торор.
16Зирәклек һине ят ҡатындан,
татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.
17Был ҡатын йәштән сыҡҡан ирен ташлап,
Алла алдындағы антын онотҡан.
18Уның өйө – үлемесле тоҙаҡ,
йөрөгән юлы үлеләр донъяһына илтә.
19Унда кергән кеше кире сыҡмай,
йәшәү юлына бүтәнсә аяҡ баҫмай.
20Шуға күрә һин яҡшылар юлынан бар,
иманлылар һуҡмағынан тайпылма,
21сөнки ерҙә намыҫлылар йәшәр;
бында тик камилдар ғына тороп ҡалыр,
22ә яуыздар ерҙән юҡ ителер,
мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор.
Copyright information for BakIBT2023