Proverbs 24
1Яман кешеләргә көнләшмә,улар менән бергә булырға тырышма,
2күңелдәрендә йәбер-золом ниәтләйҙәр,
телдәре яманлыҡ сәсә уларҙың.
3Аҡыл менән йорт һалыныр,
зиһен менән нығытылыр,
4белем иһә бүлмәләрҙе
затлы һәм күркәм әйберҙәр менән тултырыр.
5Аҡыллы кеше ҡеүәтле булыр,
белемле әҙәм үҙ көсөн арттырыр.
6Һуғышыңды һәр яҡтан уйлап алып бар,
уңыш кәңәшселәр күп урында була.
7Ахмаҡ өсөн зирәклек артыҡ юғары,
ҡала ҡапҡаһы төбөндә ауыҙын аса алмаҫ.
8Золом ниәтләгәнде залим тиерҙәр.
9Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ,
башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.
10Бәлә килгәндә тәҡәтһеҙ ҡалаһың икән,
тимәк, көс-ҡеүәткә ярлыһың.
11Үлемгә дусар ителгәнде йолоп ал;
һәләкәт янаған әҙәмдән баш тартырһыңмы ни?
12«Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә,
йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме?
Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы?
Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.
13Улым, бал ҡап, бик тәмле ул;
кәрәҙле бал, тамағыңа татлы булыр.
14Күңелеңә аҡыл тигәнең дә шулай,
уны эҙләп таптыңмы – һөҙөмтәһе лә булыр,
өмөттәрең һинең бушҡа китмәҫ.
15Эй залим, тәҡүәнең торлағы янында боҫҡон ҡорма,
йортон уның туҙҙыраһы булма:
16тәҡүә кеше ете йығылып, ете торор,
залимдар йығылыр ҙа харап булыр.
17Дошманым ҡоланы, тип шатланма,
абынды тип йөрәгең һөйөнмәһен.
18Юҡһа, Раббы күреп, был эште оҡшатмаҫ,
Үҙенең асыуын дошманың өҫтөнән алыр.
19Яманлыҡ эшләүсене күреп йәнең көймәһен,
яуыз бәндәләрҙән көнләшмә;
20барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ,
намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә.
21Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ,
фетнәселәр менән аралашма;
22сөнки уларҙан бәлә көтмәгәндә килер,
һәр икеһенең бирәсәк язаһын кем белә?
Аҡыл эйәләре әйткән һүҙҙәр
23Аҡыл эйәләре тағы ла былай ти:хөкөмдә ғәҙелһеҙлек – яман эш;
24ғәйеплегә: «Һин хаҡлыһың», – тиеүсене ил ләғнәтләр,
халыҡтар уға нәфрәтләнер,
25ә ғәйеплене фашлаусылар һөйөнөр,
баштарына мул бәрәкәт яуыр.
26Ғәҙел яуап татлы –
ирендән үбеү менән бер.
27Башта тыштағы эштәреңде башҡар,
баҫыуыңдағы эште тамамла,
шунан ғына өй һалып кер.
28Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма,
ауыҙыңдан алдаҡ һүҙ сыҡмаһын.
29«Ул миңә нимә эшләне,
мин дә уға шуны эшләйем,
ғәмәленә күрә әжерен бирәм», – тимә.
30Бер саҡ мин ялҡау әҙәмдең баҫыуы,
ахмаҡ хужаның йөҙөм баҡсаһы янынан үттем.
31Күрәм, бөтә ерҙе сәнскәк баҫҡан,
ҡый үләне күкрәп үҫеп сыҡҡан,
баҡсаның таш ҡоймаһы емерелеп ята.
32Ҡараным да, үҙемә һабаҡ алдым,
күргәндәрҙән шуны аңланым мин:
33йәнә әҙерәк йоҡлап, серем итһәң,
ҡул ҡаушырып тағы ултыра бирһәң –
34өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер,
ҡораллы баҫҡынсы булып, нужа һөжүм итер.
Copyright information for
BakIBT2023