‏ Proverbs 28

1Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр;
тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
2Илдә бола сыҡҡан саҡта, хакимдар күп,
төшөнсәле һәм ғилемле хаким булһа, ил һаҡланыр.
3Хәйерсене рәнйеткән теләнсе –
ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.
4Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай,
ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.
5Яман әҙәм ғәҙеллектең нимә икәнен белмәҫ,
ә Раббыны эҙләүселәр тулыһынса аңлай.
6Намыҫлы йәшәгән ярлы кеше
нахаҡ юлда йөрөгән байҙан яҡшы.
7Ҡанунға тоғро бала – аҡыллы булыр,
аҙғындарға ҡушылған атаһын хурлыҡҡа батырыр.
8Риба
Риба – биреп торған әйбер йәки аҡсанан алынған процент.
алып байыған әҙәмдең бар малы
ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.
9Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың
доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.
10Намыҫлыны яман юлға этәреүсе
үҙе ҡаҙған соҡорға үҙе төшөр,
кәмселекһеҙ кеше мираҫҡа яҡшылыҡ алыр.
11Бай кеше үҙенә үҙе аҡыллы булып күренер,
ләкин башы булған ярлы кеше уны фашлар.
12Тәҡүәләр еңһә, ил һөйөнә,
яуыздар өҫтөн сыҡһа, кеше йәшенә.
13Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ,
уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
14Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр,
бәғерһеҙ әҙәм бәләгә тарыр.
15Яуыз хаким ярлы халыҡҡа
гүйә ырылдаған арыҫлан, үкергән айыу.
16Хаким алйот булған һайын, һалым күп,
нахаҡ байлыҡты күрә алмағандың ғүмере оҙон.
17Кеше ҡанын ҡойған әҙәм
ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн,
тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.
18Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер;
ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар.
19Иген иккән икмәккә туйыр,
буш артынан ҡыуған хәйерселеккә ҡалыр.
20Тоғро әҙәм күп бәрәкәт табыр,
байлыҡҡа ашҡынған язаға тарыр.
21Кешене айырып ҡарау – насар эш,
бер һыныҡ икмәк тип кеше гонаһ ҡыла.
22Ҡомһоҙҙоң ниәте – тиҙерәк байыу,
артынса хәйерселек килерен уйламай ул.
23Ялағай телең өсөн түгел,
тәнҡит һүҙең өсөн аҙаҡтан рәхмәт әйтерҙәр.
24«Гонаһ түгел», – тип
ата-әсәһен талаған әҙәм
юлбаҫарға бәрәбәр.
25Ҡомһоҙ бәндә дау сығара,
Раббыға иҫәп тотҡан уңыш ҡаҙана.
26Үҙенә генә иҫәп тотҡан алйот була,
аҡыл юлынан барыусылар ҡотола.
27Хәйерсегә биргән – тарлыҡ белмәҫ,
уларға күҙен йомған бәндә ләғнәт ҡаҙаныр.
28Яуыздар артһа, кеше йәшенә,
ҡырылып бөтһә, тәҡүәләр ишәйә.
Copyright information for BakIBT2023