Proverbs 3
1Улым, мин өйрәткәнде онотма,бойороҡтарымды йөрәгеңдә һаҡла;
2сөнки улар ғүмереңде оҙонайтыр,
имен йәшәр йылдарыңды арттырыр.
3Мәрхәмәт менән тоғролоҡ һине ташламаһын,
уларҙы мунсаҡ итеп муйыныңа таҡ,
йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй –
4шул саҡ үҙең дә Алла һәм кеше күҙендә
мәрхәмәт табып, хөрмәт ҡаҙанырһың.
5Үҙ белдегеңә таянма,
бөтөн йөрәгең менән Раббыңа инан.
6Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны,
Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.
7Үҙеңде аҡыл эйәһе тип һанама,
Раббынан ҡурҡ, ямандан йыраҡ тор.
8Был һинең тәнеңә сихәт бирер,
һөйәгеңә ҡеүәт өҫтәр.
9Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола,
һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,
10шулай итһәң, келәттәрең тулы булыр,
мискәләрең йәш шараптан ташып торор.
11Улым, Раббының һабағын кире ҡаҡма,
Уның шелтәһенә йәнең көймәһен.
12Атай кеше ғәзиз балаһын нисек шелтәләй,
Раббы ла яратҡан бәндәһен шулай тәрбиәләй.
13Аҡыл туплап, зирәклеккә ирешкән –
бына кем ул бәхетле кеше!
14Аҡыл туплау көмөш йыйыуҙан яҡшыраҡ,
сөнки аҡыл алтындан затлыраҡ.
15Аҫылташтарҙан да ҡиммәтлерәк аҡыл,
һин теләгән бер нәмә лә уға тиң түгел.
16Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер,
һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр.
17Уның юлдары – шатлыҡ юлдары,
һуҡмаҡтары имен-аман булыр.
18Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул,
уға һыйынғандар – бәхетле.
19Раббы зирәк аҡылы менән ерҙең нигеҙен ҡорған,
зирәклеге менән күкте нығытҡан.
20Уның аҡылы менән упҡындар убыла,
болоттар ергә ямғыр яуҙыра.
21Улым, һин ошоно күҙ уңыңдан ысҡындырма:
айыҡ аҡыл, уйлап эш итеү ҡеүәһен һаҡла.
22Шулай итһәң, улар һинең йәнең өсөн – йәшәү,
муйыныңа аҫыл мунсаҡ булыр.
23Шул саҡ юлың имен-аман булыр,
аяҡтарың иһә яҙа баҫмаҫ.
24Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың,
йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.
25Көтмәгәндә килер афәттәрҙән,
яуыз бәндәләргә килгән бәләләрҙән ҡурҡма,
26сөнки Раббы таянысың булыр,
аяғыңды мәкер тоҙағынан һаҡлар.
27Ҡулыңдан яҡшылыҡ килә икән,
мохтаждарға игелек ҡыл.
28Бөгөн бирерлек икәнһең, яҡыныңа:
«Аҙаҡ кил, иртәгә бирермен», – тип әйтмә.
29Һиңә ышанып, яныңда шик-шөбһәһеҙ
йәшәгән яҡыныңа ҡарата кенә тотма.
30Үҙеңә яманлыҡ ҡылмаған кеше менән сәбәпһеҙгә даулашма.
31Башҡаларға йәбер ҡылғанға ҡыҙыҡма,
уның юлын һайлама.
32Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә,
Ул намыҫлылар менән аралаша.
33Раббы яуыздарҙың йортона – ҡарғыш,
иманлылар торлағына бәрәкәт бирә.
34Кешенән көлгәндән Раббы Үҙе көлә,
тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә.
35Аҡыллылар шөһрәт ҡаҙаныр,
ахмаҡтар мираҫҡа хурлыҡ алыр.
Copyright information for
BakIBT2023