Proverbs 30:7-9
7Ике әйбер Һинән һорайым,мин иҫән саҡта үтенесемде кире ҡаҡма:
8алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма,
хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә,
миңә көндәлек икмәгемде бир.
9Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын,
«Раббы кем ул?» – тип әйтермен,
йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын,
Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.
Copyright information for
BakIBT2023