‏ Psalms 1

1Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән,
Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән,
Хурлаусылар йыйынында ултырмаған –
Ниндәй бәхетле ошондай кеше!
2Раббының ҡанунынан зауыҡланыр ул,
Көн-төн шул хаҡта уйланыр.
3Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар,
Миҙгелендә емеш бирер,
Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ.
Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.

4Ә яуыздар ундай түгел,
Ел осорған кәбәк кеүек улар.
5Ямандар хөкөмдә аҡлана алмаҫ,
Тәҡүәләр йыйынында гонаһлылар урын тапмаҫ.
6Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар;
Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер.
Copyright information for BakIBT2023