‏ Psalms 102

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем!
Изге исемен данла, бөтә булмышым!
2Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем!
Ҡылған яҡшылыҡтарын онотма!
3Ул бар гонаһтарыңды ярлыҡай,
Бөтә сирҙәреңә шифа бирә.
4Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала,
Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә.
5Ғүмерең буйы бәрәкәтенә туйҙыра,
Бөркөттөкөләй йәшлегеңде яңыртып тора!

6Раббы бөтә иҙелгәндәргә
Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ҡыла.
7Юлдарын – Мусаға,
Ғәмәлдәрен Исраил халҡына күрһәтеп биргән.
8Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле,
Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле.
9Гелән беҙгә ғәйеп ташлап тормаҫ,
Асыуы ла мәңгелеккә бармаҫ.
10Беҙгә гонаһтарыбыҙға ҡарап сара күрмәҫ,
Енәйәттәребеҙҙең ҡоһорон ҡайтармаҫ.
11Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәрле бейек булһа,
Үҙенән ҡурҡҡандарға Раббының мөхәббәте шулай ҙур.
12Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа,
Гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты.
13Ата балаларына нисек рәхимле булһа,
Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға шулай шәфҡәтле.
14Сөнки Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә,
Тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә.

15Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән;
Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр,
16Өҫтөнән ел иҫкәндән юҡ булыр,
Үҫкән ерендә эҙе лә ҡалмаҫ.
17Әммә Раббының тоғро мөхәббәте
Мәңгеләрҙән мәңге Үҙенән ҡурҡҡандар менән бергә!
Тоғролоғо иһә уларҙың балаларының балаларына етә.
18Уның менән килешеүҙе онотмаған,
Бойороҡтарын теүәл үтәгән һәр быуынға
Уның ғәмәлдәре ғәҙел.

19Раббы тәхетен күктәргә ҡорған,
Хакимлығы Уның һәр тарафта.
20Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға,
Эй һеҙ, Уның фәрештәләре,
Уның һүҙҙәрен тыңлаған,
Әйткәндәрен ғәмәлгә ашырған ҡөҙрәт эйәләре!
21Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға,
Уның барлыҡ ғәскәрҙәре!
Уның ихтыярын ғәмәлгә ашырған хеҙмәтселәр!
22Эй Раббыбыҙ бар ҡылғандарҙың һәммәһе!
Ул хакимлыҡ иткән һәр урында
Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ!
Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем!
Copyright information for BakIBT2023