‏ Psalms 104

1Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ,
Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!
2Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ,
Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
3Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ,
Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
4Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ,
Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!
5 6Эй ҡоло Ибраһимдың тоҡомо,
Ул һайлап алған Яҡуп улдары,
Ул ҡылған мөғжизәләрҙе,
Ул биргән билдәләрҙе,
Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!

7Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы,
Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә.
8 9Ул Үҙенең килешеүен,
Меңдәрсә быуынға биргән һүҙен,
Ибраһим менән төҙөгән килешеүен,
Исхаҡҡа биргән антын мәңге онотмай.
10Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы,
Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек!
11Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм,
Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».

12Ул заманда һандары аҙ, бик аҙ ине,
Был илдә улар бары килмешәк булды.
13Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә,
Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа.
14Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне,
Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо:
15«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ,
Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».

16Ул илгә ҡытлыҡ күндерҙе,
Тәғәм ризыҡ ҡалдырманы.
17Әммә быларҙан алда берәүҙе ебәрҙе:
Был ҡоллоҡҡа һатылған Йософ ине.
18Аяҡтарына уның бығау һалдылар,
Муйынына тимер ҡоршау кейҙерҙеләр.
19Әйткән һүҙе ғәмәлгә ашҡансы,
Раббының һүҙе уны һынаны.
20Кеше ебәртеп батша Йософто азат итте,
Халыҡтар хакимы уны иреккә сығарҙы.
21Уны һарайына хужа итеп ҡуйҙы,
Бар байлығын ҡулына тапшырҙы.
22Түрәләрҙе нисек теләй, шулай эшләтһен,
Аҡһаҡалдарға аҡыл өйрәтһен, тине.

23Шул саҡ Исраил Мысырға килеп төштө,
Күсеп Хам ерендә төйәкләнде Яҡуп.
24Раббы Үҙ халҡын бик ныҡ үрсетте,
Уны дошмандарынан ҡеүәтле итте.
25Дошмандарында халҡына нәфрәт уты тоҡандырҙы,
Үҙ ҡолдарына ҡаршы мәкер ҡорҙорҙо.

26Шунан Раббы Үҙенең ҡоло Мусаны һәм
Һайлап алған Һарунды ебәрҙе.
27Улар мысырҙар араһында, Хам ерендә,
Раббы әйткән билдәләрҙе, мөғжизәләрҙе күрһәтте.
28Ҡараңғылыҡ ебәреп илде сорнаны,
Һәм мысырҙар Уның һүҙенә ҡаршы тора алманы.
29Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын,
Үлтерҙе балыҡтарын.
30Илдә бик күп тәлмәрйендәр хасил булды,
Хатта батшаның бүлмәләренә тулды.
31Раббының бойороғо менән күгәүендәр мыжғыны,
Илгә себен-серәкәй өйөрө тулды.
32Ямғыр урынына боҙ яуҙырҙы,
Бөтә илдә йәшенен йәшнәтте.
33Йөҙөм, инжир баҡсаларын ҡоротто,
Бөтә ағастарҙы ҡырып бөттө.
34Әмер бирҙе: саранчалар ябырылды,
Һәр тарафты ҡорт-ҡарышлауыҡ баҫты.
35Улар бар үләнде ашап бөттө,
Ҡалдырманы баҫыуҙағы уңышты.
36Раббы илдәге һәр беренсе тыуған ир баланы –
Ирлек ҡеүәтенең тәүге емешен һәләк итте.

37Үҙ халҡын иһә алтын-көмөшкә байытып алып сыҡты,
Ырыуҙар араһында һөрлөккән һис берәү булманы.
38Мысырҙар Исраилдан ҡурҡып ҡалғайны,
Шуға улар китеүгә һөйөндө.
39Раббы болотто халҡының өҫтөнә пәрҙәләп япты,
Төндә яҡтыртып барырға бирҙе утты.
40Һоранылар: бүҙәнәләр ебәрҙе,
Күк икмәге менән туйындырҙы.
41Раббы ҡая ярҙы – һыу урғылды,
Ҡоро ерҙә йылға булып аҡты.
42Сөнки ҡоло Ибраһимға биргән
Мөҡәддәс вәғәҙәһен иҫендә тотто.

43Үҙенең халҡын ҡыуаныс менән,
Үҙе һайлап алғандарҙы шатлыҡ эсендә алып сыҡты.
44Уларға ят ҡәүемдәрҙең ерен бирҙе,
Ошо халыҡтарҙың байлығын Исраил мөлкәт итеп алды.
45Әйҙә, Уның ҡағиҙәләрен теүәл үтәһендәр,
Ҡанундарына тоғро булһындар!

Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for BakIBT2023