‏ Psalms 106

1Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!
2Шулай тиһен Раббынан ҡотолоу алғандар,
Ул дошман ҡулынан тартып алынғандар;
3Раббы уларҙы көнсығыш, көнбайыштан,
Көньяҡ менән төньяҡтан тупланы,
Күп илдәрҙән уларҙы йыйып алды.

4Ҡайһылары һыуһыҙ сүлдә аҙашып йөрөнө,
Кеше йәшәгән ҡалаға юл тапманы.
5Улар асығып, сарсап хәлдән тайғайны,
Үлем сигенә еткәйне.
6Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар,
Раббы уларҙы бәләләрҙән йолоп алды.
7Төйәкләнер ҡалаға барып етһендәр өсөн,
Раббы уларҙы тоғро юлдан етәкләне.
8Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын!
Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!
9Сөнки Ул сарсаған йәндәрҙе һуғара,
Астарҙы игелек менән туйындыра.

10Ҡайһылары әсирлектә, дәһшәтле һәм шомло ҡараңғыла,
Тимер бығауҙарҙа, хәсрәт эсендә йәшәне.
11Улар Алланың һүҙенә ҡаршы килде,
Юғарыларҙан Юғарының ихтыярын һанға һуҡманы.
12Шуға Раббы уларҙы ауыр эш менән йыуашайтты,
Улар хәлдән тайып ҡолағанда, ярҙам итеүсе булманы.
13Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар;
Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.
14Уларҙы ҡараңғылыҡтан,
Шомло ҡараңғылыҡтан сығарҙы,
Бығауҙарын селпәрәмә өҙҙө.
15Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын!
Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!
16Сөнки Ул баҡыр ишектәрҙе емерҙе,
Тимер биктәрен һындырҙы.

17Алйоттары иһә енәйәтсел юлдары,
Ғәҙелһеҙлектәре өсөн ғазап сикте.
18Уларҙың йәне ризыҡтан биҙгәйне,
Үлем ҡапҡаһына килеп еткәйнеләр.
19Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар,
Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.
20Һүҙен ебәреп уларҙы һауыҡтырҙы,
Үлем соҡоронан ҡотҡарып алып ҡалды.
21Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын!
Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!
22Рәхмәт әйтеп ҡорбандар салһындар;
Шатлана-шатлана Уның ҡылғандарын һөйләһендәр.

23Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе,
Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.
24Улар – Раббының ғәмәлдәренә шаһит булды,
Даръяларҙа Уның мөғжизәләрен күрҙе.
25Уның бойороуы була – дауыл ҡуба;
Бейек-бейек тулҡындар ҡалҡына.
26Караптар күккә аша һәм тәрәнлеккә сума,
Афәттән диңгеҙселәрҙең йәне сыға яҙа.
27Улар иҫерек кеүек сайҡала,
Оҫталыҡтарынан бармы файҙа?
28Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар;
Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.
29Ул ғәрәсәтте туҡтата,
Тулҡындар шунда уҡ тыныслана.
30Тынлыҡҡа шатланған диңгеҙселәрҙе
Раббы теләгән ерҙәренә алып бара.
31Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын!
Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!
32Маҡтаһындар Уны халыҡ йыйынында,
Данлаһындар аҡһаҡалдарҙың ҡоронда.

33Раббы йылғаларҙы сүлгә әйләндерә,
Инештәрҙе ҡорғаҡһыған тупраҡ итә.
34Шунда йәшәүселәрҙең золомо арҡаһында,
Уңдырышлы тупраҡты тоҙлоға әүерелдерә.
35Сүлде иһә Ул күл итә,
Ҡоро далала шишмәләр урғылдыра.
36Ас-мохтаждарҙы шунда төйәкләндерә,
Улар йәшәр өсөн ҡалалар ҡора,
37Игендәр сәсә, йөҙөм ултырта,
Ҡырҙарҙан мул уңыш ала.
38Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей,
Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә.

39Иҙелеү, бәлә-ҡаза һәм ҡайғыларҙан
Улар йәнә кәмегән, түбәнһетелгән саҡта
40Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра,
Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.
41Әммә фәҡирҙе һәләкәттән ҡотҡара,
Ғаиләһен ҡуй көтөүеләй үрсетә.
42Быны күреп саф йөрәклеләр шатлана,
Боҙоҡтарҙың ауыҙы ябыла.

43Кем аҡыллы, быны күңелендә тотһон,
Раббының сикһеҙ мөхәббәтен аңлаһын.
Copyright information for BakIBT2023