‏ Psalms 108

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Эй Алла, Һиңә маҡтау яуҙырам!
Өнһөҙ ҡалма!
2Яуыздар һәм мәкерлеләр миңә ҡаршы ауыҙ асҡан,
Ялғансы телдәре менән мине яманлайҙар.
3Нәфрәт тулы һүҙҙәре мине ҡаманы,
Бер сәбәпһеҙгә һөжүм итәләр.
4Уларҙы яратыуыма ҡарамаҫтан,
Мине ғәйепләйҙәр;
Ә мин яуап итеп доға ҡылам.
5Ашыма ҡаршы улар таш ата,
Дуҫлыҡҡа нәфрәт менән яуап ҡайтара.

6Эй Алла, дошманымды яман әҙәм ҡулына тапшыр,
Уның уң яғына ғәйепләүсе баҫһын!
7Хөкөм мәлендә хаҡһыҙға сыҡһын,
Хатта доғаһы гонаһ һаналһын!
8Әйҙә ғүмере ҡыҫҡарһын,
Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен!
9Етем булһын балалары,
Тол булып ҡалһын ҡатыны!
10Улдары хәйер һорап теләнселәһен,
Емерек өйөнән дә ҡыуылып сыҡһын!
11Бар нәмәһе бурысын түләүгә китеп бөтһөн;
Эшләп тапҡан малын яттар талап китһен!
12Бер кемдә лә мәрхәмәт тапмаһын,
Үкһеҙҙәренә шәфҡәт күрһәтеүсе булмаһын!
13Нәҫел-нәсәбе ҡороһон,
Исеме килер быуында юҡҡа сыҡһын!
14Ата-бабаларының ғәйебен
Раббы гел иҫендә тотһон,
Әсәһенең гонаһтарын да һис онотмаһын!
15Гонаһтары гел Раббының күҙ алдында торһон,
Ә үҙҙәре хаҡындағы хәтирәне
Раббы ер йөҙөнән юйып ташлаһын!
16Сөнки ул шәфҡәт ҡылыуҙы уйламаны,
Ярлы-мохтажды, күңеле китектәрҙе эҙәрләп,
Уларҙы һәләк итергә тырышты.
17Ул ҡарғышты яратты,
Үҙ башына ҡарғыш төшһөн!
Фатиха ҡылырға яратманы,
Үҙенән фатиха йыраҡ китһен!
18Кейем кеүек кейһен ул ҡарғышты,
Һыу кеүек эсенә тулһын,
Ҡарғыш май һымаҡ һөйәктәренә һеңһен!
19Өҫтөндәге күлдәге кеүек ҡаплаһын,
Һәр саҡ быуған билғау һымаҡ булһын.

20Мине ғәйепләүселәргә,
Миңә ҡаршы яманлыҡ һөйләүселәргә
Раббы шулай яза бирһен!
21Ә миңә Раббы Хакимым,
Исемең хаҡына игелек ҡыл;
Сөнки мөхәббәтең сикһеҙ, ҡотҡар!
22Мин иһә бисара бер фәҡирмен,
Йөрәге яралы бер әҙәммен.
23Киске күләгә һымаҡ юҡ булып барам,
Мине сиңерткәләй һелкеп төшөрҙөләр.
24Аш бармағандан тубыҡтарым тотмай;
Тире менән һөйәк ҡалды тәнем.
25Әҙәм көлкөһөнә тороп ҡалдым;
Мине күргәндәр баш сайҡай!

26Йә Раббы Аллам, ярҙам итһәнә;
Ҡотҡар тоғро мөхәббәтең хаҡына!
27Белһендәр был Һинең ҡулыңдан булғанды,
Раббым, быны Һин ҡылғанды!
28Улар мине ҡарғаһын, Һин фатиха бир,
Улар баш ҡалҡытһын, мәсхәрәгә ҡалһын,
Ә мин ҡолоң иһә ҡыуанайым.
29Дошмандарым хурлыҡҡа ҡапланһын,
Оятҡа сапан кейгәндәй төрөнһөндәр!

30Телем Раббыға шөкөрана яуҙырыр,
Күптәр араһында мин Уны данлармын;
31Сөнки Ул ғәйепләүселәрҙән ҡотҡарыр өсөн
Ярлы-мохтаждың уң яғында тора.
Copyright information for BakIBT2023