‏ Psalms 11

1Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
2Ҡотҡар, Раббы!
Тәҡүә бер кеше ҡалманы,
Һиңә тоғролар ҡалманы әҙәм балалары араһында.
3Ялған һөйләйҙәр бер-береһенә;
Телдәре шыма, күңелдәрендә – хәйлә.
4Ҡырҡып ташлаһын Раббы ялған телдәрҙе;
Маҡтансыҡ ауыҙҙарҙың өндәрен тыҡһын.
5Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ!
Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»

6Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен,
Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә
Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».

7Раббының һүҙҙәре – пактан-пак:
Усаҡта ете ҡат яндырылып
Таҙартылған иң саф көмөш һымаҡ.

8Йә Раббы, Һин уларҙы һаҡларһың,
Был нәҫелдән мәңге ҡурсаларһың.
9Һәр тарафта ҡәбәхәтлек – маҡтаулы,
Ямандар баҫты донъяны.
Copyright information for BakIBT2023