Psalms 110
1Раббыны данлағыҙ!(Алеф, Бейт)Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә,Йәмғиәт йыйында Һиңә
Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.
(Гимел, Далеҫ) 2Раббы ғәмәлдәре бөйөк,
Уларға һоҡланғандар төшөнә.
(Һе, Уау) 3Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт,
Хаҡлығы иһә мәңгелек.
(Зайн, Хеҫ) 4Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды,
Ул мәрхәмәтле, рәхимле.
(Теҫ, Йод) 5Үҙенән ҡурҡҡандарға ризыҡ бирә,
Килешеүен мәңге иҫтә тота.
(Каф, Ламед) 6Үҙ халҡына башҡа ҡәүемдәрҙең ерен биреп,
Раббы уға эштәренең ҡеүәтен күрһәтте.
(Мем, Нун) 7Уның ҡулы эшләгән һәр нәмә – дөрөҫ һәм ғәҙел,
Уның бөтә бойороҡтары ышаныслы;
(Самех, Ғайн) 8Улар мәңгегә ныҡ булыр,
Сөнки хаҡлыҡ менән тоғролоҡҡа нигеҙләнгән.
(Пе, Саде, Ҡоф) 9Ул халҡына ҡотолоу юлланы,
Килешеү мәңге булһын, тип әмер бирҙе.
Уның исеме мөҡәддәс һәм дәһшәтле.
(Реш, Син, Тау) 10Аҡылдың башы – Раббынан ҡурҡыу,
Уның бойороҡтарын бойомға ашырған – зирәк.
Уны маҡтау мәңге яңғыраһын!
Copyright information for
BakIBT2023