Psalms 114
1Мин яратам Раббыны,Ул минең ялбарыуымды ишетә.
2Ул миңә ҡолаҡ һалғанға күрә,
Ғүмерем буйы Уны саҡырырмын.
3Мине әжәлдең бауҙары сырмап алды,
Үлеләр донъяһының ғазаптары башыма төштө,
Бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарыным!
4Шул саҡ мин Раббыны исеме менән саҡырҙым,
«Йә Раббым, йәнемде ҡотҡар!» – тинем.
5Раббы мәрхәмәтле, ғәҙел,
Аллабыҙ беҙҙең рәхимле.
6Раббы эскерһеҙ йәндәрҙе һаҡлай;
Ауыр хәлгә ҡалғанымда, Ул мине ҡотҡарҙы.
7Йәнемә тыныслыҡ ҡайтһын йәнә,
Сөнки Раббы яҡшылығын ҡылды.
8Йә Раббы, Һин йәнемде үлемдән,
Күҙҙәремде йәштән,
Аяғымды һөрөнөүҙән йолоп алдың.
9Тереләр донъяһында,
Раббының хозурында йөрөрмөн.
Copyright information for
BakIBT2023